Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 15:25

Радий Хәбиров Башҡортостан буйлап йөрөгәндә тәгәрмәсте ҡайҙа тишкәнен һөйләне

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында эске туризм мәсьәләһе ҡуҙғатылды.

Радий Хәбиров Башҡортостан буйлап йөрөгәндә тәгәрмәсте ҡайҙа тишкәнен һөйләнеРадий Хәбиров Башҡортостан буйлап йөрөгәндә тәгәрмәсте ҡайҙа тишкәнен һөйләне
Радий Хәбиров Башҡортостан буйлап йөрөгәндә тәгәрмәсте ҡайҙа тишкәнен һөйләне

Был сәғәткә Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә республика халҡынан 1 836 һорау килде. Атап әйткәндә, Башҡортостан Башлығынан эске туризм һәм ни өсөн Мәләүездән Нөгөш һыу һаҡлағысына тиклемге юлды "емерек" тип һоранылар. Республика етәксеһе Транспорт министрлығына ошо мәсьәләне асыҡларға ҡушты. Бынан тыш, Хәбиров Воскресенскиҙан Верхоторға алып барылған яңы юл проблеманы өлөшләтә хәл итәсәген билдәләне.

Туризм министрлығы туристик урындарға юлдарҙы ремонтлау программаһын индерергә тәҡдим итә, тип хәбәр итте Радий Хәбиров. Шуныһы ҡыҙыҡ: төбәк етәксеһе Ишембай районындағы Күкҡарауыҡ шарлауығына илткән юлда тәгәрмәсте нисек тишеүе хаҡында һөйләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас