Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Декабрь 2023, 16:11

"Асыш" таланттар асты!

Ошо йәшәһәттән Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала йәш ҡәләм оҫталарын бүләкләү тантанаһы үтте. 

"Асыш" таланттар асты!"Асыш" таланттар асты!
"Асыш" таланттар асты!

Бөгөн "Шоңҡар" һәм "Толпар" журналдары ҡатнашлығында Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан йәш таланттарҙы асыҡлау, башҡорт һәм татар әҙәбиәтен үҫтереү, туған телдәрҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолған "Асыш" конкурсына йомғаҡ яһалды.

Әҙәби конкурс еңеүселәрен республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов,  Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Ҡәҙим Аралбай, Марсель Сәлимов, Таңсулпан Ғарипова, Әҙәби музей директоры Миләүшә Ҡаһарманова, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, драматург, кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов һәм Яҡутстан, Татарстан, Сыуашстан яҙыусылары ҡотланы.
Һәләтле бәйгеселәрҙе Айгиз Ғиззәт улы әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге тине. Шулай уҡ ул киләһе йылда Бөтә Рәсәй йәш яҙыусылар фестивале уҙасағын иҫкә төшөрҙө, унда бөтә Рәсәйҙән йәш әҙиптәр саҡырыласаҡ. 

“Асыш” республика йәш яҙыусылар конкурсында еңеүселәр
(башҡорт телендә ижад итеүселәр):
Сәсмә әҫәрҙәр:
1 урын – Заһиҙә Мусина;
2 урын – Зөлфирә Таһирова;
3 урын – Рәзинә Урманшина;
Дәртләндереү бүләге – Зөһрә Рәхмәтуллина.

Шиғриәт:
1 урын – Айзилә Мортаева;
2 урын – Динара Һаҙыева;
3 урын – Таңсулпан Рәсүл;
Дәртләндереү бүләге – Фәһим Әхмәров.

"Асыш" республика конкурсы еңеүселәре (татар телендә ижад итеүселәр):
Проза:
Беренсе урын - Айҙар Зәкиев;
Икенсе урын - Гөлназ Әхмәтова (Сәмиғуллина);
Өсөнсө урын - Гөлиә Гәрәева;
Дәртләндереү премияһы - Розалия Мирзаханова.

Шиғриәт:
Беренсе урын - Гөлназ Нуриева;
Икенсе урын - Айгөл Рамазанова;
Өсөнсө урын - Әлфиә Латипова;
Дәртләндереү премияһы - Илмир Шәйхлисламов.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас