Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Декабрь 2023, 15:11

Иғтибар!

М-5 «Урал» трассаһында йәнә хәрәкәт сикләнде

Иғтибар!Иғтибар!
Иғтибар!

М-5 «Урал» федераль трассаһында күпләп ҡар яуыуына һәм буран сығыуға бәйле йәнә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. М-5 «Урал» участкаһында (Шаҡшанан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем) көндөҙгө сәғәт 2-се 15 минуттан пассажир автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк транспорты өсөн юл ябылды. Юл киске сәғәт 9-ҙа асылырға тейеш, тип хәбәр итте республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында. Хәрәкәтте сикләү ваҡытының үҙгәреүе ихтимал.

«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо участкалағы водителдәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә», - тип билдәләне Севастьянов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, М-5 трассаһы бер тәүлеккә тиерлек ябылғайны, бөгөн иртән генә автомобилдәргә ҡуҙғалырға рөхсәт ителде. Шул сәбәпле саҡрымдарға һуҙылған тығын барлыҡҡа килде, водителдәргә ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы талап ителде.

https://vk.com/bashkortostanim

Автор:
Читайте нас