

Хыялдар яҡты булырға һәм тормошҡа ашырға тейеш, тиҙәр. Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко быйыл йәй күптәнге хыялын тормошҡа ашырған.
- Милли күлдәк кейгән кешеләрҙе күрһәм, күңелдә бер аҙ көнләшеү тойғоһо тыуа ине: кешеләр үҙ тамырҙарын белә, милли йолаларҙы үтәй һәм хөрмәт итә, ә мин? - ти Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы, - Быйыл иһә хыялымды тормошҡа ашырҙым. Ҡыйғы районында тыуып үҫкән оҫтабикә Гөлдәр Шәбиева ярҙамында милли кейемле булдым. Мин - башҡорт ҡыҙы. Бөгөн туған телемдә күпкә яҡшыраҡ һөйләшә алыуыма шатмын, милли кейем кейеү, биҙәүестәр тағыу һәм халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһыныу теләге лә тыуҙы.
Афарин милләттәшебеҙгә!
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_73534