

– Хәйерле кис! Махсус операцияла ҡатнашыусыларға сысҡанға ҡаршы ағыуҙар ебәреү кәрәк. Сысҡандар бөтә нәмәне кимерә һәм юҡ итә. Һалдаттарға йоҡларға бирмәйҙәр. Бесәйҙәр ҙә ярҙам итә алмай. Яугирҙәр бөтә ысулдарҙы һынап ҡараған. Сысҡандар үрсегәндән-үрсей.
Яҡташтарыбыҙға бергәләп ярҙам итәйек. Махсус операция биләмәһенә сысҡанға ҡаршы клейҙар һатып алып ебәреү талап ителә. 1 ҡаптың хаҡы яҡынса 160-180 һум тирәһе. Был хатта тәмәкенән дә осһоҙораҡ. Һалдаттарҙың һаулығы мөһимерәк. Сөнки сысҡандар йоғошло ауырыуҙарға юл ҡуйырға мөмкин. Бер нисә көндән гуманитар ылау китәсәк. Һалдаттарға тәм-том да һалырға онотмағыҙ. Уларға беҙҙең иғтибар кәрәк. Битараф булмайыҡ! - тип хәбәр итә ирекмәндәр.
https://vk.com/bstnews