

Документ дәрес ваҡытында, ғүмергә йәки һаулыҡҡа хәүеф менән бәйле ашығыс осраҡтарҙан тыш, мәктәптәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы тыя.
Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты башлығы Ольга Казакова бынан алда уҡ уҡ уҡыусылар фитнес-беләҙектәр менән файҙалана ала тип билдәләгәйне. Ә мәктәптәр смартфондарға тыйыуҙың практикала нисек ғәмәлгә ашырылыуын үҙҙәре хәл итер. Уның әйтеүенсә, балалар мәктәпкә алып барған сим-карталар менән телефон һәм планшеттар белем биреү программаларында ҡулланылырға тейеш түгел.
Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, үҙ сиратында, ата-әсәләрҙең балалар менән бәйләнештә ҡалыуын билдәләне, әммә дәрестә уҡыусылар телефондары менән уҡытыусының рөхсәте буйынса ғына файҙалана ала.
Шулай уҡ ҡабул ителгән төҙәтмәләр араһында 2024 йылдың 1 сентябренән мотлаҡ фән булараҡ хеҙмәт дәресен кире ҡайтарыу билдәләнгән.