Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Декабрь 2023, 08:52

Бейелмәйсә ҡалды бейеүҙәр...

Атылған йондоҙ кеүек кенә ғүмерең, ә шулайҙа күпме яҡты эҙең ҡалды был ерҙә.

Бейелмәйсә ҡалды бейеүҙәр...Бейелмәйсә ҡалды бейеүҙәр...
Бейелмәйсә ҡалды бейеүҙәр...

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йортонда ауылдашыбыҙ, һәләтле хореограф, янып - көйөп ижад иткән, матур - матур бейеүҙәр һалған Хөснулла Ишбулат улы Акиловтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе  үтте. Кисәгә уның туғандары, дуҫтары, коллегалары, ауылдаштары йыйылды. Хәтер сараһы, ауыл аҡһаҡалы Йәмил Сабирйән улының Хөснулла рухына аят бағышлау менән башланып китте.
Тыуған мәктәбендә урта белем алғас, бала саҡтан бейеүгә маһир Хөснулла күп уйлап тормай Стәрлетамаҡ ҡалаһына юл ала. Бер тында бейеп, комиссия ағзаларын хайран ҡалдырып, Мәҙәни - ағартыу училищеһының бейеү бүлегенә уҡырға инә.
Йәш белгес 1998 йылда тыуған районына ҡайтып, Акьяр сәнғәт мәктәбендә ең һыҙғанып хеҙмәт юлын башлай. 1999 йылда Хөснулла Ишбулат улы,, Йондоҙсоҡ,, балалар бейеү ансамблен ойоштора. 2000 йылда өлгәшкән уңыштары өсөн,, Йондоҙсоҡ,, ансамбленә,, Өлгөлө,, исеме бирелә. Балалар ансамбле райондың иң яҡшы коллективтарҙың береһе һанала. Хөснулла Ишбулат улы үҙе ойошторған,, Йондоҙсоҡ,, ансамбленән тыш, район Мәҙәниәт йортоноң бай тарихлы,, Сиҙәм,, ансамблен дә етәкләй. Ул үҙенең бейеүселәренә һүнмәҫ - һүрелмәҫ бейеү осҡоно ҡабыҙа.
Хәтер кисәһендә,,, Йондоҙсоҡ,, (етәксеһе Ф. Тулыбаева) һәм,, Сиҙәм,, (етәкселәре М. Собханғолов, А. Вәлиева ) бейеү коллективтары, район Мәҙәниәт йорто әртистәре ҡатнашты.
Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна Лебедева, туғандары, дуҫтары, коллегалары, ауылдаштары үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Атылған йондоҙ кеүек кенә ғүмерең, ә шулайҙа күпме яҡты эҙең ҡалды был ерҙә. Йылдар үтер, Хөснулла һинең туралағы хәтер туғандарының, ауылдаштарының, дуҫтарың күңелендә ҡәҙерләп һаҡланыр.
Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын!

Сығанаҡ: https://vk.com/abu_sdk

Автор:
Читайте нас