

Әле Өфөлә билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам итеү буйынса республика комплекслы үҙәге эшләй. Джефф Монсон әйтеүенсә, республикала берҙән-бер йортһоҙҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү үҙәге тураһында белгәс, ул ныҡ ғәжәпләнгән. Ул хеҙмәткәрҙәргә ауыр, әммә лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Әсәйем официант булып эшләне һәм мине һәр саҡ йортһоҙҙарға, ризыҡҡа һәм ҡыйыҡҡа мохтаж кешеләргә ихтирам менән ҡарарға өйрәтте. Америкала йортһоҙҙар һәм уларға ярҙам иткәндәр бик күп, шул иҫәптән дәүләт учреждениелары. Хәҙер Башҡортостанда йәшәп, шундай кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлегем тыуҙы. Был минең ҙур хыялым. Беҙ Калинин районында йортһоҙҙарға стационар ярҙам пункты асырға планлаштырабыҙ. Тап шуға күрә бында килеп, системаның нисек эшләүен, рекламаның нисек эшләүен белергә килдем», - тине Джефф Монсон.
Фото: https://www.bashinform.ru