Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Декабря 2023, 09:09

Аяныслы ла, һоҡланғыс та яҙмыштар

Туҡ-туҡ-туҡ... Дөп-дөп...Кем булыуы мөмкин? Таң йоҡоһо ҡаты була, был саҡта — халыҡ йоҡлағанда – тик... Ах, күңеле һиҙгән ине бит, хәүеф көткәйне...Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Даниева 1937 йылдың 20 авгусында, халыҡ дошманының ғаилә ағзаһы булараҡ, ире өҫтөнән донос яҙмаған өсөн 58–12-се статьяһы буйынса һигеҙ йылға хөкөм ителә.

Аяныслы ла,  һоҡланғыс та яҙмыштарАяныслы ла,  һоҡланғыс та яҙмыштар
Аяныслы ла, һоҡланғыс та яҙмыштар

Туҡ-туҡ-туҡ... Дөп-дөп...
Кем булыуы мөмкин? Таң йоҡоһо ҡаты була, был саҡта — халыҡ йоҡлағанда – тик... Ах, күңеле һиҙгән ине бит, хәүеф көткәйне...
Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Даниева 1937 йылдың 20 авгусында, халыҡ дошманының ғаилә ағзаһы булараҡ, ире өҫтөнән донос яҙмаған өсөн 58–12-се статьяһы буйынса һигеҙ йылға хөкөм ителә. Һуңынан Нарымға – холоҡ төҙәтеү һәм хеҙмәт лагерына (ИТЛ) оҙатыла.
Рауза 1905 йылда Верхнеуральск ҡалаһында тыуа. Балалыҡ йылдары, тәүге белем алған сағы ошо ҡалала үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, татар ҡыҙының был саҡтағы тормошон аныҡ ҡына күҙаллауы ҡыйын. Һаҡланған документтар буйынса уны бер нисә өлөшкә бүлеп ҡарап була.
1921–1923 йылдарҙа ул Белорет районындағы Сермән балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй. Моғайын, ундай яуаплы эшкә ҡуйғас, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған булғандыр. Шунан Өфөгә – Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрелә. Тырыш ҡыҙҙы уҡытыусылар ҙа шундуҡ күрә, әлбиттә. 1923–1925 йылдарҙа техникумда белем алыу менән бер рәттән, уҡыу йортоноң йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Артабан белем тауына үрләр өсөн педагогия институтының әҙерлек курстарына йөрөй. 1930 йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-иҡтисад факультетын тамамлағас, педагогия техникумында политэкономия фәнен уҡыта. Әйткәндәй, 1926 йылдың ғинуарында Рауза Ҡазан дәүләт педагогия институтының директоры Ғәзим Ҡасим улы Ҡасимовҡа кейәүгә сыға. Ул 1891 йылда Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Бикташ ауылында тыуып үҫкән үҙ осороноң билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре була.
Ғәзим Ҡасимов 1917 йылда Ҡазан университетын тамамлай, Бәләбәй ҡалаһында белем бирә, эсерҙар партияһы, ВКП(б) ағзаһы була. 1918–1923 йылдарҙа Бәләбәй революцион комитеты председателе урынбаҫары, “Ярлы тауышы” гәзитенең баш мөхәррире, Үҙәк мосолмандар комиссариатының бүлек мөдире, “Сулпан” гәзите мөхәррире, Бәләбәй өйәҙ башҡарма комитетының председателе урынбаҫары, Өфө губернаһының революцион трибуналы, Өфө губернаһының асығыусыларға ярҙам комитеты председателе, Өфө губернаһының ВКП(б) комитеты эргәһендәге секцияның “Өфө” татар-башҡорт гәзите мөхәррире, һуңыраҡ Башҡортостан революцион трибуналы председателе вазифаларын үтәй. Ни бары биш йыл эсендә күпме эштәр башҡара! Хәҙерге заман күҙлегенән ҡарағанда был әҙәм ышанмаҫтай хәл кеүек. Ә бит үҙ иңенә оло бурыс йөкмәгән шәхестәрҙе миҫалға байтаҡ килтерергә мөмкин. Беҙгә иһә уларҙың рухы алдында баш эйергә, рәхмәт йөҙөнән хәтерләргә һәм яҙмыштарын киләсәк быуынға өлгө итеп күрһәтергә ҡала.
1924–1926 йылдарҙа БАССР юстицияһының халыҡ мәғарифы комиссары вазифаһын башҡарғандан һуң, Ҡасимов 1928–1936 йылдарҙа Ҡазанда ВКП(б) өлкә комитетында, Ҡазан дәүләт педагогия институтында директор (1931–1936 йылдарҙа), ТАССР-ҙың Ер буйынса халыҡ комиссары урынбаҫары, ТАССР коммуналь хужалығы халыҡ комиссары булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт менән дә әүҙем шөғөлләнә.
1937 йылда Ғәзим Ҡасим улы репрессиялана һәм атыла. Ошо уҡ йылды НКВД органдары тарафынан һәм махсус ултырыш ҡарары буйынса халыҡ дошманы ҡатынын – Рауза Ғәләүетдин ҡыҙын һигеҙ йылға ҡулға алалар. Ун ике йәшлек Ирек һәм биш йәшлек Ҡорос исемле малайҙарҙы балалар йортона бирәләр. Шулай итеп “дошман балалары” мөһөрө һуғылған сабыйҙар төрлөсә йәберләнеп, кәмһетелеп үҫергә мәжбүр була.
Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Колымала 1945 йылдың авгусына тиклем була. Ләкин 1953 йылға саҡлы – һигеҙ, ә 1956 йылда Волга буйы хәрби округының Хәрби трибуналы һәм СССР НКВД-һының Махсус ултырышы ҡарарына тиклем уның “эше” ун бер йыл ҡала. 1958 йылдың башында СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы ҡарары менән үҙе лә, уның ире Ғәзим Ҡасимов та үлгәндән һуң аҡлана.
Кеше яҙмышы шулай ҡоролғандыр инде, ауыр сағында тағы ла тәрәнерәк төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн нимәгәлер өмөтләнә, үҙе һымаҡ яҙмышҡа дусар ителеүселәрҙән таяныс эҙләй. Яҡшылыҡҡа ышанғыһы, аралашҡыһы, күңелен бушатҡыһы килә. Колыма лагерҙары шарттарында Рауза Хәсән атлы ир менән таныша. Хәсән Ғимран улы Нухов 1902 йылда Белорет ҡалаһынан алыҫ булмаған Әзекәй ауылында тыуған, ә 1935 йылдың сентябрендә ҡустыһы Азамат менән бергә 58-10-11 статьяһы буйынса алты йылға хөкөм ителгән була.
Хөкөм ҡарарынан күренеүенсә, Хәсән Нухов партия ағзаһы түгел, ә башҡорт, алты кешенән торған ғаилә башлығы, волость старшинаһы улы, “Башкопинсоюз” хеҙмәткәре, юрист-консультант. Эре кулак ғаиләһенән сыҡҡан кеше булараҡ, Баймаҡ районында эшләгән сағында хөкүмәттең ауыл хужалығын коллек­тивлаштырыуҙы һәм милли сәйәсәтен үткәреүҙе хупламаған. Етмәһә, контрреволюцион милләтселәр төркөмөнөң ҡайһы бер ағзалары менән аралашҡан. 1933 йылда Өфөгә килгәс тә, улар менән бәйләнешен өҙмәгән. Нуховтың советтарға ҡаршы ҡарашы троцкистар менән осрашыуға ла ерлек биргән...
Хәсән Ғимран улы Нухов 1919–1930 йылдарҙа Тамъян-Ҡатай волосында секретарь вазифаһын башҡарған, кантсобезда бүлек менән етәкселек иткән, Волость милицияһы башлығы, Тамъян-Ҡатай кантонының дүртенсе бүлексәһендә халыҡ судьяһы, Баймаҡ районында судья булып эшләгән. 1928 йылдан профсоюз ағзаһы итеп алына, хәрби булмаған хеҙмәткә саҡырыла. 1930 йылдың апрелендә совет аппаратын “таҙартҡанда” хеҙмәт кенәгәһендә ҡыҙыҡлы документ теркәлеүе асыҡлана: уға 1919 йылдан башлап төрлө вазифалар башҡарған осоронда ыңғай характеристика бирелгән. Комиссия: “Тикшереү үткән”, – тигән ҡарар сығара. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, биш йылдан һуң ул репрессиялана. Тимәк, гел күҙәтеү аҫтында торған, өҫтөнән донос яҙыу, һәр һүҙенән ғәйеп эҙләү, уй-фекерҙәрен “тейешле урынға” еткереү тынмаған. Хәсән Ғимран улы оҙатылған лагерь (ИТЛ) НКВД-ның Алыҫ Төньяҡ төҙөлөшө “Дальстрой”ҙың Баш идаралығына ҡарай.
1941 йылда хөкөм ителеү ваҡыты үткәс, Нухов 1947 йылға тиклем “Дальстрой” системаһында бухгалтер, кассир-инкассатор, инспектор-инвентаризатор булып эшләй. 1946 йылдың июнендә Рауза Ғәләүетдин ҡыҙына өйләнә. 1948 йылда ҡатыны һәм ҡыҙы Шафиға менән Баймаҡ райо­нына ҡайтып, 46-сы йылҡысылыҡ заводына бухгалтер булып эшкә инә. Ләкин 1949 йылда уны кире ҡулға алалар һәм Красноярск крайына махсус ҡасабаға ебәрәләр. Ғаиләһе уның артынан китә. Бында инде Нухов 327-се заводтың Миндерлин ярҙамсыл хужалығында бухгалтер вазифаһын үтәй, ә ҡатыны Красноярск ауыл хужалығы институтының “Миндерлин” уҡытыу-тәжрибә хужалығында ваҡытлы эштәр башҡара. Хатта крайҙың Эске эштәр министрлығы идаралығының ХОЗО совхозындағы хеҙмәте өсөн бүләкләнә. 1954 йылдың октябрендә Нухов үҙе теләп хужалыҡ эшенән китә.
1954 йылдың мартында Хәсән Ғимран улы СССР Министрҙар Совет Председателе исеменә биш биттән торған киңәйтелгән ялыу яҙа. Рус телендәге был хаттың эстәлеге һәм яҙыу стиле һоҡландыра. Ул 1935 һәм 1949 йылдарҙа яла яғып, ғәйеп таҡҡандарының асылын бар нескәлегендә ентекле һүрәтләй, үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбат итә. Хаттан күренеүенсә, Нухов суд начальнигы булып (ә бит уның тулы булмаған ете генә класс белеме бар) ете йыл эшләгән. Бынан тыш милиция начальнигы һәм тәфтишсе булған. Тәүге срогын 1941 йылдың 14 февралендә тултыра. Һуғыш ваҡытында “Дальстрой” менән килешеү нигеҙендә инспектор-ревизор һәм карточка бюроһы (моғайын, аҙыҡ-түлек, башҡа тауар алыу өсөн бирелгән карточкалыр) инспекторы булып Колымснабтың Төньяҡ бүлексәһендә хеҙмәт итә. Ялыу-хат яҙғансы Красноярск крайы Эске эштәр министрлығына ҡараған ХОЗО совхозы бүлексәһендә өлкән бухгалтер вазифаһын башҡара.
Хәсән Ғимран улының был хатын тетрәнмәйенсә уҡып булмай. Ул үҙенең йөрәк өйәнәге, ҡан баҫымы күтәрелеүе, быуын ревматизмы менән яфаланыуын яҙа, күҙҙәре насар күреүе сәбәпле, эшкә ярамағанлығы тураһында ла әйтә. Һуңынан ғүмере аҙ ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, шуға үлгәндән һуң да бысраҡ контрреволюционер мөһөрөн йөрөтөп, ике улының һәм тәүге ҡатынынан ике ҡыҙының үҙен контрреволюционер булыуҙа ғәйепләп, ҡәһәрләүен теләмәй. Хат күрһәтелгән факттарҙы тикшереп, һөргөндән азат ителеүен һораған үтенес менән тамамлана. Өҫтәп шуны ла әйтке килә, Нуховтың хаты каллиграфик почерк менән яҙылған. Бәлки грамоталығы менән дә айырылып тороуы ла “эше”н тиҙләтеүҙә ярҙам иткәндер. РСФСР Юғары суды ҡарары менән 1954 йылдың октябрендә Хәсән Нухов тулыһынса аҡлана.
Шул уҡ йылдың ноябрендә Нуховтар ғаиләһе Хәсән Ғимран улының тыуған яғына — Белорет районы Үҙәнбаш ҡасабаһына ҡайта. Бында Магнитогорск леспромхозы урынлашҡан була. 1952 йылдың мартына тиклем кассир-инкассатор (пистолет йөрөтөргә хоҡуҡлы) булып эшләп, һаулығы насарайыуы һәм йәше етеү сәбәпле хаҡлы ялға сыҡҡан Нуховҡа шунда уҡ эш тәҡдим итәләр.
Үҙәнбаш ҡасабаһының исеме бәләкәй генә ауылдыҡынан килә. Уның тирә-яғындағы мәғрүр ҡаялары, тауҙары ҡалын урман менән ҡапланған булған. Үҙе Үҙән йылғаһының башланған ерендә урынлашҡанға күрә исеменә “баш” һүҙе өҫтәлгән — Үҙәнбаш. Тора-бара леспромхоз эшселәре өсөн төҙөлгән йорттарҙан ҙур ҡасаба барлыҡҡа килгән. Өйҙәр башлыса барак формаһында – таҡта стеналар араһына ағас онтағы тултырып эшләнгән, тышҡы яғы ла таҡта менән көпләнгән булған. Һуңыраҡ инде леспромхоз да, кешеләр ҙә шәхси йорттар төҙөй башлаған. Үҙәнбаштағы бер ҡатлы мәктәпте бөгөнгө ике ҡатлы, мөһабәт бина менән һис сағыштырырлыҡ түгел.
Уйһыулыҡта урынлашҡанлыҡтан тау-таш, урман менән уратып алынған урмансылар ҡасабаһында ямғырҙар йыш яуыу сәбәпле ҡалын таҡта, горбылдәрҙән тротуар эшләнгән. Халыҡ һыйыр, күпләп кәзә-һарыҡ аҫрарға тотонған, йәйен бесән әҙерләгән. Һәр ғаиләгә бүленгән сабынлыҡтар 6–8 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан. Бесәнде алып ҡайтыу өсөн леспромхоз машина, техника бүлгән. Урман ҡырҡыусыр ғаиләләр делянкаға ағас киҫергә, бесән сабырға бергә йөрөгән, унан күмәкләшеп, гөрләшеп ял иткән. Тормоштоң ни тиклем ауыр булыуына, барлыҡ эште ҡул көсө менән башҡарырға тура килеүенә, көнкүреш шарттары ҡала “комфорты”нан алыҫ тороуына ҡарамаҫтан, кешеләр татыу йәшәгән. Бер-береһенә насар һүҙ әйтмәмәгән, ғәйбәт һөйлә­мәгән. Клубта даими рәүештә уҙғарылған төрлө мәҙәни саралар, тансылар, киноларға йөрөгән.
Шулай итеп, Хәсән Ғимран улы Красноярск крайының урманлы, матди һәм рухи яҡтан да бизмәнгә һалғыһыҙ ирекһеҙ тормошон шулай уҡ урманлы һәм бар яҡтан да күпкә яҡшыраҡ шарттарға алыштыра – олатайҙарының, үҙенең тыуған тупрағына ҡайтып һыйына. Был хәлдән бар ғаиләһе һөйләп тә, яҙып та аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныс кисерә.
1955–1956 йылдарҙа Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы “Магнитстрой” тресы филиалы ОРС-та тәүҙә ашнаҡсы, һуңынан леспромхозды ризыҡ менән тәьмин иткән ашхананың етештереү мөдире булып эшләй. Тырыш, бар нәмәне еренә еткереп башҡарған ҡатынға бер аҙҙан Үҙәнбаш ҡасабаһының коменданты вазифаһын ышанып тапшыралар. Уға сәйәси-йәмәғәт, аңлатыу, тәрбиәүи эш алып барыу ҙа йөкмәтелә. Шул уҡ ваҡытта балаларын эҙләү, тәүге ире Ғәзим Ҡасимовтың исемен аҡлау, 1937 йылда тартып алынған әйберҙәренең хаҡын компенсациялау, пенсия йәшенә етәрәк, педагогик стажын юллау кеүек бихисап бурыстарҙы үҙ иңенә йөкләй ҡатын.
1937 йылда Ҡасимовтарҙы ҡулға алғас, улдары Ирек (1925 йылғы) менән Ҡоросто (1932) балалар йортона бирәләр. Ҡоростоң ҡайҙа икәне 1940 йылдың авгусында билдәле була: Кострома өлкәһенең Минск ауыл советы Пушкин ауылындағы балалар йортонан яуап килә. Хаттан күренеүенсә, ул мәктәпкә, йәғни бүтән балалар йортона күсерелә. Шулай уҡ уның тәбиғәтте яратыуы, донъяны танып белеүгә ынтылыуы тураһында ла әйтелә. Рәсми хатҡа ҡушып, малайҙан бер нисә һөйләм яҙҙырталар. Һүҙенең һуңында сабый эре баҫма хәрефтәр менән “Әсәй, мин һине ныҡ итеп үбәм!” (Крепко целую тебя, мама!) тип ҡуя. Был юлдарҙы уҡыған әсә йөрәге нисек сыҙағандыр. Үҙенән айырған саҡта Ҡоросҡа ни бары биш кенә йәш булған бит...
Теүәл генә документтар булмағас, әсәһе Ҡорос менән тик 1945 йылда, лагерҙа срогы тулғандан һуң ғына күрешә алғандарын фаразларға мөмкин. Беренсенән, 1950 йылда егет Красноярск крайының Сухоузинск районы 327-се ярҙамсыл хужалығынан Ҡазанға үҙенең тыуыуы тураһында таныҡлыҡтың ебәрелмәүе хаҡында хат яҙа. Икенсенән, 1951 йылда ошо уҡ адрес буйынса ағаһы Иректе эҙләп Ярославль ҡалаһы прокуратураһына мөрәжәғәт итә, әммә уның тураһында мәғлүмәт табылмай. Өсөнсөнән, “Төньяҡ халыҡтары”ның (“Народов Севера”) Игар педучилищеһы директорының хаты бар. Унда Ҡорос Ҡасимовтың 1953 йылдың сентябрендә икенсе курсҡа уҡырға алынып, 1954 йылдың майында үҙ теләге менән училищенан китеүе тураһында хәбәр ителә. Күрәһең, бынан һуң Ҡорос армия хеҙмәтенә алынғандыр. 1954 йылдың декабрендә ул әсәһенә Ленин бүлмәһен йыһазландырыуы, төрлө плакаттар яҙыуы, һүрәт төшөрөүе, музыкаға ваҡыт табыуы, бейеүе тураһында яҙа. Ҡоросто 150 кешенән торған полк хоры етәксеһе итеп ҡуйырға ла теләйҙәр. Ләкин ул тәҡдимде кире ҡаға, йәнәһе, тәжрибәһе етеңкерәмәй. Әммә быға тиклем Ҡасимов педучилищела ун ике, һуңынан утыҙ кешенән торған хор менән етәкселек итеп, ҡала смотрында беренсе урын алған була. Ҡорос шулай уҡ майлы буяуҙар алыу һәм һынлы сәнғәт серҙәренә ныҡлап төшөнөү теләге менән янып йөрөүен дә яҙа. Бынан тыш армияла спорт менән ныҡлы шөғөлләнеүен, үҙ ауырлығы – етмеш ике килограмды еңел күтәрә алыуын, атыу буйынса иң яҡшыһы булыуын бәйән итә.
Ҡоростоң тағы бер хаты һаҡлана. Ул 1956 йылдың мартында яҙылған. Бында егет йыл ярым хеҙмәт итергә ҡалғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, клубта рәссам булыуын, “КПСС-тың ХХ съезына арналған материалдар”ҙы туплаған стенд сығарыуын әйтә. Ошо уҡ хатта “гражданка”ға ҡайтҡас, үҙенә эш табып ҡуйыуҙарын да һорай. Клуб мөдире булһа, бигерәк тә яҡшы, ти, сөнки ул һүрәт төшөрөргә ярата, йырлай һәм үҙешмәкәр түңәрәктәр ойоштора ала, үҙе аккордеонда, фортепианола уйнай. Ә бына 1957 йылдың ғинуарындағы хаты күңелһеҙерәк. Ул алты йыл ҡәҙерле кешеләрен, егерме йыл Иректе күрмәүенә әсенә. Атаһының (Ғәзим Ҡасимов) үлеме тураһында ентекле һораша. Тимәк, ике бер туған 1937 йылдан ғаиләне тарҡатып, төрлө яҡҡа таратҡандан бирле күрешмәгән. Үгәй атаһы Хәсән Ғимран улына ла әйтәһе һүҙҙәре булған, уның улы Булат менән ҡыҙы Менәүәрә тураһында һораша. (Әйткәндәй, Хәсән ағайҙың тәүге ҡатынынан улы һәм өс ҡыҙы була. Ике кесеһен һуңынан Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы үҙҙәренә ҡыҙлыҡҡа ала).
Алдан китеп булһа ла әйтәйек, Ҡорос менән Ирек тик 1957 йылда – егерме ике йыл үткәс кенә – Новокуйбышев ҡалаһында осраша. Был саҡта ағай кеше үҙ ғаиләһе менән шунда йәшәгән була. Ҡорос иһә бер аҙ ваҡыт Белорет ҡалаһында тороп алғас, Өфөлә төпләнә. Уның улы менән ҡыҙы республикабыҙҙың баш ҡалаһында ғүмер итә.
Ирек Ҡасимовтың шәхси архивында әсәһенең 1956 йылда ТАССР МС эргәһендәге КГБ органдарына яҙған ғаризаһы һаҡлана. Шулай уҡ яуап хаты ла бар. Рәсми мәғлүмәттәр Иректең Куйбышев өлкәһе Новокуйбышев ҡалаһында йәшәүен күрһәтеп, тулы адресын бирә. Әсәһе шуның буйынса телеграмма һуға ла инде. Эстәлеге шунан ғибәрәт: “Һине табыуыма сикһеҙ шатмын. Магнитогорск ҡалаһы аша Үҙәнбаш ҡасабаһына ҡайт, бик көтөп ҡалам”.
Органдарға мөрәжәғәт иткән саҡта Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы шулай уҡ тәүге иренең яҙмышын асыҡлап, хәбәр итеүҙәрен һәм уның эшен ҡайтанан ҡарауҙарын үтенә. Бер аҙҙан яуап килә һәм “тегенән” СССР Юғары судының Хәрби коллегияһына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәләр. Тартып алынған мөлкәткә килгәндә, был мәсьәләне тик ирен аҡлағандан һуң ғына башҡарып булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алалар. КГБ органдарына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәс, 1958 йылда Рауза иренең реабилитацияланыуы тураһында рәсми яуап ала, ә “үлем тураһындағы таныҡлыҡ”ты ете айҙан һуң ебәрәләр. Унда Ғәзим Ҡасимовтың үлеүе 1941 йылдың 22 июне менән билдәләнә. Ләкин был дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки уның һымаҡ “тыуған илен һатҡандар”ҙы шунда уҡ аталар. Рәсми баҫмалар буйынса, Ғәзим Ҡасим улы Ҡасимов 1937 йылда атылған.
Шулай итеп егерме йыл тигәндә генә әсә кеше улы менән Үҙәнбашта осраша. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Баҡһаң, ул үҙе теләп Ярославль өлкәһенән фронтҡа китә. Снайпер була. Бер алыш ваҡытында өҫтөнә ағас ауып, күкрәк тәңгәлен иҙә. Операция ваҡытында Иректең ярты үпкәһе булмауы асыҡлана. Дауаланғас, һуғыш инвалиды булараҡ ҡайтарып ебәрәләр. Бер аҙҙан Ярославль өлкәһенән Ольга исемле ҡыҙға өйләнә.
Һуғыш ваҡытында ул фронттың алғы һыҙығынан яралыларҙы эвакуацияларға ярҙам иткән була. Нисек Новокуйбышевҡа килеп төпләнгәндәрҙер, уныһын тулыһынса асыҡлап булманы. Иректең туғандарына яҙғандарынан шуны белергә мөмкин: ул нефть эшкәртеү (фенол) берекмәһендә эшләгән, яңы ҡорамалдарҙы ҡорор өсөн йыш ҡына Өфө заводына килгән, Омск ҡалаһына командировкаларға йөрөгән. Яратҡан шөғөлө театр була. Оҙаҡ йылдар Новокуйбышев драма театрының әйҙәүсе, төп актеры иҫәпләнә. Ҡыҙы Татьянаны һәм улы Александрҙы ла ылыҡтыра, аҙаҡ инде ейәндәрен дә алып бара. Улы хәрби хеҙмәттән һуң Алыҫ Көнсығышта йәшәргә ҡала, ә ҡыҙы бик иртә фани донъяны ҡалдырып китә. Ольга исемле ҡыҙы Мәскәүҙә йәшәй, инженер-экономист булып эшләй.
1956–1980 йылдар эсендә Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Иректең ғаиләһендә йыш ҡунаҡ була, ҡатыны менән хат алыша. Иң һуңғы осрашыуы Өфөлә үҙенең етмеш биш йәшлек юбилейын билдәләгән ваҡытта була. 1980 йылдың октябрендә тыуған көнөн үткәрһә, ике айҙан инде... Ирек иһә 2006 йыл башында, ҡатынын ерләгәндән һуң ун йыл ғүмер итеп, һикһән йәшендә вафат була.
Рауза Ғәләүетдин ҡыҙының 1958 йылдың мартында ТАССР МС эргәһендәге КГБ председателе исеменә тәүге иренең конфискацияланған әйберҙәрен компенсациялауҙы һорап яҙған ғаризаһы һаҡланған. Ул унда тейешле 1354 һум аҡсаны алғанлығын инҡар итә. Ғәзим Ҡасимовтың әйберҙәренә исемлек төҙөлгән саҡта 1600 китаптан торған китапханаһы (һуңынан уны өс мең һумлыҡ тип баһалайҙар) иҫәпләнмәгән. Аҡланғандан һуң ун алты ай эсендә лә был эш хәл ителмәгән була.
Ҡатын Ғәзим Ҡасимовтың әҙәби мираҫын тергеҙергә лә бик күп көсөн һала, һаулығын юғалта. Шәхси архивында 1920–1932 йылдарҙа иренең ғәрәп, татар, рус, латин телдәрендәге баҫмаларының исемлеге һаҡлана. Бында ингән 20 мәҡәлә юғалыуға дусар ителгән. Рауза Ғәләүетдин ҡыҙының “Ағиҙел” журналына яҙған хаты ла бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаттың һуңғы бите һаҡланмағанлыҡтан, ҡасан яҙылғанын белеп булмай. Ҡатын таныштары аша “Ағиҙел” журналын (5-се һан, йылы күрһәтелмәгән) алдырған икән. Уҡығас, хат аша Ғәзим Ҡасимов тураһындағы мәҡәлә өсөн авторға рәхмәтен еткергән. Был мәҡәләлә Ҡасимовтың беренселәрҙән булып Мәжит Ғафуриҙың тормошо, уның ижады тураһында китап яҙыуы хаҡында һөйләнелә. Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Ғафури музейында ла Ғәзим менән Мәжиттең дуҫлығы, уларҙың хатлашыуы тураһында мәғлүмәттәрҙең, Ҡасимов ҡултамғаһы менән рәсми документтарҙың булмауына борсола. Ә бит Ғәзим Ҡасим улы заманында БАССР-ҙың мәғариф наркомы булған. Сәйфи Ҡудаш та, Ҡасимовтың замандашы булараҡ, Ғафури тураһында яҙған, айырым авторҙарының материалдарын туплап китап сығарған саҡта Ҡасимовтың хеҙмәтен телгә алмай. Өфөнөң Үҙәк китапханаһында (моғайын, Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы республика китапханаһын күҙ уңында тотҡандыр) Ғәзим Ҡасимовтың “Шәһит Хоҙайбирҙин ҡәбере янында” тигән китабының булмауына ла әсенә. Был китап Р. Кузеевҡа бирелгән икән. Баҡһаң, ул да Хоҙайбирҙин тураһында китап яҙған, ләкин Ҡасимов хеҙмәтенә һылтанмалар яһамаған. Артабан Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Ҡасимов һымаҡ революцияның тәүге көндәренән алып әүҙем көрәшселәре һәм партия эшмәкәре булғандарҙың исемдәре бик тиҙ онотолорға тейеш түгеллегенә баҫым яһай. ”Ғәзим Ҡасим улының да тормошо хәҙерге йәштәргә өлгө булырлыҡ”, – ти ул.
Рауза Ғәләүетдин ҡыҙының 1958 йылдың сентябрендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары исеменә яҙған хаты ла һаҡлана. Унан күренеүенсә, Үҙәк китапханала ул Ғ. Ҡасимовтың 1925–1930 йылдарҙа баҫылған дүрт кенә китабы һаҡланыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Улары ла киң ҡатлам уҡыусыһына тәғәйенләнмәгән. Хат яҙыусы ни өсөн шулай килеп сығыуына аптырай (Ҡасимов бит 1958 йылдың ғинуарында уҡ аҡлана) һәм бер нисә китабын, атап әйткәндә, Мәжит Ғафуриға, Шәһит Хоҙайбирҙинға арналғандарын һәм “Революция көндәре” тип аталғанын ҡайтанан баҫтырыуҙы һорай. Ошо уҡ йылдың декабрендә Обкомдан Ғәзим Ҡасимовтың барлыҡ әҫәрҙәре, баҫмалары тергеҙелеүе, Татарстан һәм Башҡортостан республика китапханаһы фондтарына индерелеүе, улар ошо ойошмаларҙың ҡорамалдары һаналыуы тураһында яуап килә. Ә ҡайтанан баҫыу Тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан хәл ителергә тейеш.
Пенсия алыу ваҡыты етеү менән тағы ҡағыҙ, документ юллау мәшәҡәттәре башлана. 1957 йылдың июнендә Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы ТАССР-ҙың Мәғариф министрлығына: “Юллау ваҡыты еткән, ә ҡулында бер ниндәй ҙә документ юҡ. Барыһы 1937 йылда тартып алынған“, – тип яҙа. Быға тиклем КГБ-нан “ваҡыт үтеү сәбәпле документтар һаҡланмаған” тигән яуап килгән була. Бик күп йөрөгәндән һуң, “выслуга лет” тип аталған стажы тураһында саҡ документтар йыйып тапшыра. Ләкин БАССР-ҙың халыҡты социаль тәьмин итеү буйынса министрлығы уға педагог булараҡ пенсия түләүҙе кире ҡаға. Йәнәһе, Сермән балалар йортонда эшләгән осоро тик уны белгән, күргән кешеләр һүҙҙәренә ҡарап ҡына эш иҫәбенә ингән, ә мәғариф өлкәһендә эшләгәндәрҙең стажы улай билдәләнмәй. Кешеләргә һәм йәмғиәткә бар көсөн, күңелен һалған йөрәк күпме түҙергә мөмкин? Тыуған илгә намыҫлы хеҙмәт итеп, күпме михнәттәр кисереп, үҙен егерме йыл буйы кәмһеткән власҡа ҡарата ихтирам һаҡлап ҡалыр өсөн ниндәй рух ныҡлығы кәрәк! Уны тик көслө кешеләр генә булдыра алалыр...
Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Үҙәнбашта 12 йыл (1954–1966) йәшәй. Үҙенең икенсе ире Хәсән Ғимран улы Нухов менән тыуған яғына ҡайтып, тәүҙә баракта тормош башлаһалар, һуңынан ҙур ағас йорт һалып сығалар. Шуныһын да әйтергә кәрәк, Үҙәнбашта уларҙы изге күңелле, тормош мәғәнәһен аңлаған һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кешеләр ҡаршы ала. Ғаилә башлығы ла сикһеҙ шат: тыуған ауылы 30–40 саҡырым алыҫлыҡта ғына ята, тәбиғәт тә үҙҙәрендәге һымаҡ. Табиптар йәшәү урынын үҙгәртергә ҡушһа ла, ҡаты ауырыуҙарына ҡаршы көрәшә-көрәшә ғүмеренең һуңғы көндәренә саҡлы ошонда ҡала. Балалығы, үҫмер йылдары, егет сағы үткән Әзекәй, Сермән, Шығай, Әрүәк (Рысыҡай) ауылдарын йөрөп сыға. Моғайын, йәшлек дуҫтарын, таныштарын да осратҡандыр, тормош, йәшәү мәғәнәһе тураһында һөйләшкәндәрҙер. Иҫ киткес һоҡланғыс тәбиғәт, ауыл халҡы менән аралашыуҙар, боронғо башҡорт йырҙары һәм ҡурай моңо, ғөмүмән, халыҡ йолалары, мәҙәниәте булған инештәренә ҡайтыу уға баһалап бөткөһөҙ көс биргәндер. Тәбиғи матурлыҡты күңеле менән тоя, ҡәҙерләй, уның бар нескәлектәрен төптән белә ул. Рәз һәм Ямантау тауҙарының мәғрүрлеге менән ғорурлана. Төп башҡорт йылғаһы Ағиҙел, башҡа саф һыулы йылғаларҙың һәм сылтырап аҡҡан йырғанаҡтарҙың илаһи моңон иҫе китеп тыңлай. Ә елгә баштарын сайҡап шаулашҡан, йәйге селләләрҙә бар тереклекте күләгәһе менән һаҡлаған Урал урманы, хуш еҫ аңҡытҡан болондары, алланып бешкән еләктәре, йыйған һайын йыйғы килгән бәшмәктәре, тәбиғәттең башҡа бик күп ниғмәттәре менән һоҡланмаҫҡа мөмкинме һуң?! Барыһын-барыһын күңеленә һеңдерә Хәсән Ғимран улы. Шул уҡ ваҡытта уҙған быуаттың 50–60-сы йылдарында иң яҡшы ағастарҙың ухылдап ауып, конвейерҙағы һымаҡ ситкә сығарылыуына ла йәне көйә. Ә бөгөнгө урман әҙерләү, дөрөҫөрәге, ҡырыу ҡоласын күрһә, хатта шул замандағы уның һымаҡ бәһлеүән ирҙәр ҙә бөгөлөп төшөр, йөрәктәре сыҙамаҫ ине. Бигерәк тә бар булмышы менән тыуған төйәген һөйгән Хәсән Ғимран улының.
Ҡатыны Рауза Ғәләүетдин ҡыҙының да яҙмышын уйлаһаң, уйылып китерлек: ҡатын-ҡыҙ иңенә күтәрә алмаҫлыҡ һанап бөткөһөҙ көндәлек мәшәҡәттәр менән бер рәттән, нисәмә йәмәғәт эшен алып барыу. Етмәһә, ил күләмендә төрлө инстанцияларға хат яҙырға, улар артынан йөрөргә кәрәк. Моғайын, ябай кешеләр менән аралашыуы, кәрәк сағында уларға ярҙам һуҙырға тырышыуы үҙенә лә илһам, рухи көс биргәндер. Ярҙам тигәндән, ул ошо ябай кешеләр менән хакимиәт, леспромхоздың партия ойошмаһы (үҙе аҡланғас, кире КПСС сафында тергеҙелә) араһында йыш ҡына аралашсы, бәйләүсе булып тора: йомоштарын үтәй, һорауҙарын еткереп, хәл итеүҙе юллай.
Ғаилә архивында 24 биттән торған ҡалын дәфтәр һаҡлана. Уның тышына бәләкәй генә иғлан яҙылған: “Үҙәнбаш ҡасабаһының бөтә ҡатындары 1 август көндө 19 сәғәттә клубҡа йәнле һөйләшеүгә саҡырыла”. Егерме битлек дәфтәргә буласаҡ һөйләшеүҙең эстәлеге матур итеп бирелгән, фәнни телле конспекттар ары торһон. Бында йәмғиәттә күҙәтелгән эскелек, әхлаҡ темалары яҡтыртылған, ғаиләләге ҡатын-ҡыҙ роле лә ситтә ҡалмаған. Ирекһеҙҙән, их, ошо һөйләшеүҙе бөгөнгө гүзәл заттарыбыҙ аҙ ғына тыңлаһын ине, тип ҡуяһың. Иманым камил, ул ваҡытта ла халыҡ шығырым тулы булғандыр. Бар йәнен биреп, күңелен өйкәгән мәсьәләләрҙе уртаға һалып, талпынып-талпынып һөйләгәндер Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы.
Рауза ханымдың яҙмаларын уҡыһаң, иҫең китә: уларҙа тотош тарих, заманының һулышы сағылған. Бына тағы бер дәфтәр. Һигеҙ битлек. Быныһы инде КПСС-тың ХХ съезы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға арналған. Автор 30-сы йылдарҙағы партконференцияларҙы иҫләүен дә йәнле итеп яҙа. Ул саҡта ҡатын-ҡыҙҙар араһынан делегаттар бик һирәк, сөнки йәмғиәттәге активлыҡтары ла аҙ булған. Ә бына 1960 йылда, СССР-ҙың барлыҡ хеҙмәтсән халҡын иҫәпләгәндә, ҡатындар 47 процентҡа еткән, шул иҫәптән юғары белемлеләр 53 процент тәшкил иткән. Һандарҙың асылын, ысын мәғәнәһен аңлар өсөн Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Рәсәйҙең 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен дә килтерә: 100 рус ҡатын-ҡыҙының 59-ы хеҙмәтсе булып эшләһә, 25-е кулак һәм помещикта батраклыҡта йөрөгән, 17-һе төҙөлөштә һәм сәнәғәт тармағында тир түккән, дүртеһе мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән. Яҙмаларҙа ХХ съезд делегаттарының профессиональ составы ла (бригадирҙар, звено етәкселәре, һауынсы, кукуруз үҫтереүселәр, сәнәғәт өлкәһе эшселәре, министрҙар, райком секретарҙары һәм башҡалар) килтерелә. Дәфтәрҙә коммунистың бурысына ла аҙ урын бирелмәгән. Егерме йыл буйы михнәт күреүе партия ҡатнашһыҙлығынан тыш та булмаған бит. Парадокс та килеп сыға төҫлө. Ләкин ул заман кешеләре: “Партия түгел, ә барыһына айырым кешеләрҙең доностары, ҡайһы бер етәкселәрҙең мәкерле эше ғәйепле”, — тип һанаған. Күпме ҡайғы-хәсрәт күрһәләр ҙә тик партия ғына халыҡты яҡты киләсәккә алып сығасағына ышанған, шуға ла ғүмерҙәренең аҙағына тиклем уға тоғро ҡалған.
Был дәфтәр ун алты биттән тора. Унда Белорет районы Сосновка ауыл советы сессияһындағы сығышы яҙылған. (Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы 1959 йылдың 5 мартында депутат итеп һайлана). “Хөрмәтле депутаттар, минең ауыл советы депутаты итеп һайланыуға ун ай ваҡыт үтте. Күп ваҡытымды мин ғаилә һәм мәҙәни-көнкүреш мәсьәләләренә арнаным”, – тип башлана уның сығышы. Алдан сығып шуны әйтергә кәрәк, депутат йөкләмәләре, бурыстары менән бер рәттән, Белорет райсоветы исполкомы ҡарары менән ул 1961 йылдың 10 апрелендә ойоштороу-инструктор бүлегенең инспекторы итеп тә раҫлана. Инструктор райсоветҡа ҡараған ҡасаба, ауыл советтары, дәүләт ойошмалары һәм учреждениелары эшен дә тикшереү хоҡуғына эйә булған Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы шулай уҡ 21-се һәм 22-се Белорет район конференцияһына, БАССР-ҙың II республика ҡатын-ҡыҙҙары съезына делегат итеп һайлана. “Белорецкий рабочий” гәзите 8 март көнө алдынан уның тураһында “Пенсионер – йәмәғәт эшмәкәре” (“Пенсионерка-общественница”) тигән күләмле мәҡәлә баҫтыра. Унан күренеүенсә, Рауза Ғәләүетдин ҡыҙының тағы ла ауыл советы депутаты итеп һайланыуы, Үҙәнбаш халҡы үҙен актив йәмәғәт эшмәкәре, итәғәтле кеше итеп белеүе, ә балаларҙың ныҡ яратыуы, хөрмәт итеүе тураһында яҙа. Уның башланғысында Үҙәнбашта балалар өсөн уйнау майҙансығы төҙөлгән, клубҡа яңы инвентарь алынған, китапханаға яңы китаптар ҡайтарылған. Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы йыш ҡына мәҙәниәт йортонда була, лекциялар уҡый, йәштәр менән осрашыуҙар үткәрә, кешегә ярҙамға ашыға. Ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе булараҡ ғаиләләрен нығытыуға булышлыҡ итә. Шуныһын да өҫтәргә кәрәк, ире Хәсән Ғимран улы ла йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Мәҫәлән, 1960 йылдың декабрендә бирелгән Белорет район судының халыҡ заседателе таныҡлығы һаҡланған.
Рауза Ғәләүетдин ҡыҙының иң ҙур ҡаҙанышы — яҡшы ҡатын һәм әсәй булыуҙа. Әгәр Рауза ханымды Хәсән Ғимран улының тормошон яҡтыртҡан, ирен кеше алдында күтәрә, дәрәжәһен арттыра белгән ысын ҡатын тип атаһам, һис шаштырыу булмаҫ. Эйе, эске күңел торошо, булмышы, хатта тышҡы ҡиәфәте, бар тәбиғәте менән дә Хәсән Ғимран улы хөрмәткә лайыҡ. Ләкин халҡыбыҙҙа “ирҙе ир иткән дә, хур иткәндә ҡатын” тигән әйтем бар. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларҙың икеһенең шул тиклем тап килеүен, бер-береһен һәр йәһәттән дә тултырып тороуын билдәләйек тә рухтары алдында баш эйәйек.
Алда һөйләнелгәндәргә Рауза Ғәләүетдин ҡыҙының Хәсән ағайҙың ике ҡыҙын үҙҙәренә алыуын, тәрбиәләп, белем биреүен дә өҫтәргә кәрәктер. Уға ҡыҙҙарҙың артабанғы яҙмышын яйға һалыу, хәстәрләү буйынса күп ойошмаларға, аныҡ кешеләргә йөрөргә, яҙырға ла тура килә, сөнки бәләкәсенең тәртибе бик “шыма” ғына булмай. Әсә кеше барыһын күңеле, йөрәге аша үткәрә. Үҙенең етмеш бишкә тиклем ғүмер итеүе лә күп осраҡта кешеләрҙең рәхмәтенән киләлер, сөнки изгелектәре ерҙә ятып ҡалмай — ҡартайған көнөндә үҙенә ҡайта.
Хәҙер инде Хәсән Ғимран улы менән икеһенең ҡыҙы Шафиға тураһында һөйләп үтәйем. Сабый Красноярск крайында донъяға килеп, Үҙәнбашҡа ҡайтҡан сағында 11–12 йәшлек ҡыҙ була. Бында инде мәктәпте тамамлап, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. Һуңыраҡ Ирек Ҡасимов йәшәгән Новокуйбышев ҡалаһы техникумына күсә. Бер аҙ ағаһы ғаиләһендә йәшәгәндән һуң, техникум тамамлаған ҡыҙ политехник институттың “Органик химия” факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Эшләй ҙә, белемен дә арттыра, яйлап фатир ала. Ә 1975 йылда ошо фатирҙы Өфөләге “Инорс” микрорайонындағыға алыштырып, Башҡортостанға ҡайта. 1965 йылдың февралендә Хәсән Ғимран улы донъянан киткән, әсәһе Өфөгә күскән була. Ул Борис һәм Глеб урамында йәшәй. Ә 1977 йылдан Шафиға менән әсәһе фатирҙарын берләштереп, Беренсе май урамында ғүмер итәләр. Шулай итеп 1980 йылдың декабренә саҡлы Рауза апай ҡыҙы һәм ейәне Эдуард менән ошонда йәшәй.
Шафиға Хәсән ҡыҙы яҡынса 1977 йылдан алып 1998 йылға саҡлы Өфө моторҙар заводында эшләй. Тәүҙә йыйыу цехында булһа, һуңынан “гальваникала”. Асыҡ, ярҙамсыл, алсаҡ, кешеләргә изгелекле ҡатынды хеҙмәттәштәре ихтирам итә. Ейәне Эдуард иһә Өфө радиоэлектроник приборҙар төҙөү техникумын тамамлай, ҡатыны Оксана менән Арина исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Өфө музыка училищеһында уҡый.
Шафиға Хәсән ҡыҙы бәләкәйҙән контрреволюционер һәм атаһы яғынан – халыҡ дошманы, әсәһенең беренсе ире яғынан илен һатыусы ҡыҙы мөһөрөн йөрөтә. Ул бер-бер артлы Башҡортостан һәм Татарстан прокуратураларына реабилитациялау тураһында документтар һорап, мөрәжәғәт итә. 1995 йылда ғына Башҡортостан Прокуратураһынан сәйәси репрессия ҡорбаны булғанлығына справка ала, ә реабилитация тураһында һүҙ ҙә булмай, тик 1997 йылда ғына справка алыу бәхетенә өлгәшә. Хәйер, “бәхет” һүҙе был осраҡта урынһыҙ ҙа һымаҡ. Әммә ғүмере буйы “халыҡ дошмандары” ҡыҙы мөһөрөн бала сағынан йөрөтөргә мәжбүр булыуын иҫәпкә алғанда, бер ҡағыҙ киҫәгендәге “реабилитирована” тигән яҙыу ҙа оло бәхет була икән. Эйе, һис кенә ата-әсәһенең, бигерәк тә үҙенең иле алдында ғәйебе булмаһа ла, “аҡланды” һүҙе (кем алдында, ниндәй “гонаһтары” өсөн аҡланған — белмәҫһең) тулыһынса азат ителеүенә тиң. Шунда ғына һин башҡалар һымаҡһың, шунда ғына йәмғиәттә шикләнеп ҡарамаясаҡтар...
Хәҙер үҙемдең Шафиға һәм уның атай-әсәһе менән танышыуым тураһында бер аҙ бәйән итеп китмәксемен. Үҙәнбаш ҡасабаһы мәктәбендә минең хәләл ефетем Наилә Ғиззәтуллина ла уҡыған. Тәүге тапҡыр Шафиға менән 1961 йылдың июлендә Үҙәнбашта таныштым. Уның ата-әсәһе өйөнә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беҙҙе бик матур, һомғол ике кеше — Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы менән Хәсән Ғимран улы — ҡаршы алды. Таныштыҡ. Өҫтәлгә мул итеп һый әҙерләнгәйне. Беҙгә хужаларҙың алсаҡ, киң күңелле, инсафлы, тәбиғи булыуҙары оҡшаны. Етмәһә, Хәсән Ғимран улы әйтеүенсә, әсәйем яҡлап туған да икәнбеҙ. Икенсе тапҡыр 1962 йылда осраштыҡ. Был ваҡытта Шафиға Новокуйбышевта ине. Ә мин 1961 йылда Ҡаҙағстанға юлланып, Наиләне лә алып киткәйнем. Отпускаға ҡайтҡас, Наиләнең әсәһенең апаһы һәм еҙнәһенең өйөндә осраштыҡ. Хәсән Ғимран улы ауырып торһа ла, һәр бер башҡорт өсөн ҡәҙерле, изге һаналған, гимн урынына булған “Урал” көйөн ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күрешеү һуңғыһы булды. Ошондай ҙа яҡшы кеше менән осраштырған, таныштырған һәм аралаштырған өсөн яҙмышыма рәхмәт әйтәм. Хәсән ағай ниндәй генә шарттарҙа ла бөгөлөп төшмәй, үҙенең кешелек дәрәжәһен, сифаттарын һаҡлап ҡала алған ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс, аҡыллы кеше ине. Әлбиттә, ябай булмаған яҙмышы, кисерештәре, күргәндәре тураһында архив документтарын аҡтарып, ҡыҙы Шафиға һәм ейәне Эдуард Нуховтар менән танышҡандан һуң ғына белә алдым.
Мин Ҡаҙағстандан Өфөгә 1965 йылдан һуң ғына ҡайта алдым. Ә бер-ике йылдан Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы баш ҡалаға күсте. Бик йыш булмаһа ла үҙе һәм ҡыҙы Шафиға менән дә аралашып торҙоҡ, араларҙы һыуытманыҡ. Минең әсәй менән Рауза Ғәләүетдин ҡыҙының һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне: Үҙәнбашты, унда йәшәгән ихлас кешеләрҙең һәр береһен исемләп хәтерләне, Нуховтарҙың унда йәшәгән, аралашҡан дуҫтарын да онотманы, һуңғылары менән әсәй 1954–1956 йылдарҙа леспромхозда эшләгән осорҙа таныш була.
Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы менән һөйләшеү бер яҡтан ҡыҙыҡ, икенсе яҡтан ҡыҙғаныс та ине. Шул уҡ ваҡытта аралашыу һис эҙһеҙ үтмәне: тормош фәлсәфәһе яғынан аҡыллы һүҙҙәре күңелемә үтерлек, фәһем алырлыҡ булды. Өфөлә йәшәгән осоронда ла бик тынғыһыҙ тормош алып барҙы. Калинин районының партия ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашты, йәштәр менән осрашты, аралашты. Ғаилә архивында КПСС-тың Калинин райкомы секретары Л. Маркелов ҡул ҡуйған Маҡтау грамотаһы һаҡлана. Рауза Нухованы КПСС-та илле йыл тороуы айҡанлы ҡотлап, уға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйҙәр. Әйткәндәй, ул — 1930 йылдан, йәғни 25 йәшенән партия ағзаһы. Ҡазан педагогик институтын саҡ тамамлап, дипломлы белгес шатлыҡтарын кисергән сағы була.
...Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек бит ул. Яйлап ҡына араларҙы һирәгәйтеп, аралашып, туғанлашып йөрөгән кешеләрҙе лә алып китә. Тыуғандан ҡалмағанды үлемдән ҡалып булмай. Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы ла фани донъя менән хушлашып, баҡыйлыҡҡа күсте. Өфөнөң Төньяҡ зыяратына ерләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәңгелек юлына оҙатырға бара алманым — сит илдә инем. Ләкин был героик ҡатын тураһында хәтеремдә хәтирәләремде ғүмерем буйы һаҡлармын. Тормошо ысын мәғәнәһендә фәһем, өлгө алырлыҡ булды. Күпме генә михнәттәр сикһә лә, башҡаларға үҙенең яҙмышы менән Тыуған илде нисек яратырға кәрәклеген иҫбатланы, уға тоғролоғон һаҡланы, ҡаты бәғерлегә әйләнмәйенсә, кешеләргә лә һөйөүен өләште, күңеленән нур тамды — матурлыҡҡа өндәне.
Ҡыҙы Шафиға Хәсән ҡыҙы Нухова 2018 йылдың декабрендә 76 йәшендә мәрхүмә булды. Ҡаты ауырыны, ләкин оҙаҡ ятманы. Өфөлә йәшәгән йылдарҙа осрашып, дуҫлашып йөрөнөк, юбилейҙарҙы ҡаршыланыҡ, ҡала ситендәге баҡсаһында булдыҡ. Бигерәк тә тәбиғәт ҡосағында һеңлем Лена Ғайса ҡыҙы менән аралашырға яратты. Уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, уй-фекерҙәре беректе, тормоштоң төрлө саҡтарында ла бер-береһенә ярҙам иттеләр. Барлыҡ беҙҙең дуҫтарыбыҙ, туғандар Шафиғаны киң күңелле, йор һүҙле, башҡаларға изгелек өләшеүсе кеше, шулай уҡ “Хризантемалар” йырын бар күңелен биреп башҡарыусы итеп тә белде. Бик ихлас ине. Һәр ваҡыт атай-әсәһе менән ғорурланып йәшәне, улар тураһында иҫтәлектәрҙе хәтере түрендә йөрөттө. Үҙәнбашта йәшәгән, уҡыған йылдарын һағынып иҫкә алды. Класташтарын, әхирәттәрен, шул иҫәптән минең хәләл ефетем Наиләне лә онотманы...

Ҡасимов-Нуховтар тураһында яҙып бөткән дә, бөтмәгән дә кеүекмен, сөнки Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы, уның күпте күргән, кисергән, әммә ғорур­лыҡтарын, кешелек сифаттарын һис юғалтмаған ғаиләһе тураһында томдар яҙырлыҡ. Уларҙың тормош юлдары, башҡарған эштәре ҙур иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡ.


Вил ӨМӨТБАЕВ,
ӨДНТУ профессоры. (Архив)

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас