Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Декабря 2023, 05:58

Өфөлә “ЮлдашХит – 2023" концерты үтте

"Башҡортостан" дәүләт концерт залы сәхнәһендә билдәле халыҡ һәм атҡаҙанған артистар, шулай уҡ йәш башҡарыусылар 2023 йылдың иң яҡшы йырҙарын тәҡдим итте. 

Өфөлә “ЮлдашХит – 2023" концерты үттеӨфөлә “ЮлдашХит – 2023" концерты үтте
Өфөлә “ЮлдашХит – 2023" концерты үтте

Кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында  “ЮлдашХит – 2023" йомғаҡлау концерты үтте, унда башҡорт эстрадаһының мәңгелек моңдары һәм быйылғы йылдың иң яҡшы йырҙары яңғыраны.

Йыр-моң байрамының махсус ҡунаҡтары - Айҙар Ғәлимов, шулай уҡ Салауат Фәтхетдиновтың йырын башҡарған Ҡытайҙан килгән ҡунаҡ Динь Ян. Бынан тыш, Элвин Грей сығыш яһаны - әйткәндәй, ул был сарала бер нисә тапҡыр награда алған.

«Юлдаш» радиоһы алып барыусылары һәр ваҡыттағыса үҙ тыңлаусылары өсөн уйындар һәм конкурстар әҙерләне, еңеүселәргә шифаханаға путевкалар, фитнес-клубҡа йыллыҡ карталар һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

«Юлдаш хит» һәләтле йырсыларға ижад һәм профессиональ үҫеш мөмкинлеге бирә. Йыл һайын сарала бик күп яңы ҡатнашыусылар һаны арта. Шуның менән бергә «Юлдаш хит» сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара һәм йыр ижадында иң танылған проекттарҙың береһе булып тора.

 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас