+22 °С
Ямғыр


Өфөнән «Табын» халыҡ ижады театры «Театраль Волга буйы» балалар һәм йәштәр театрҙары араһындағы округ фестивалендә «Иң яҡшы йәштәр спектакле өсөн» номинацияһында еңеп сыҡты. «Иң яҡшы балалар спектакле өсөн» номинацияһында иһә еңеүгә «Күңел күҙе» халыҡ театрының балалар төркөмө лайыҡ булды. Ике коллектив менән дә Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов етәкселек итә.
Сығанаҡ: https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_69214