+21 °С
Облачно


Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Джеффри Монсонды Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
“Үҙ ваҡытында Джефф Монсон республикабыҙға күсергә һәм үҫеп килеүсе быуынды спорт йәһәтенән тәрбиәләү менән әүҙем шөғөлләнергә ҡарар итте. Ул ҙур грэпплинг мәктәбен булдырҙы, Рәсәй чемпионаттарында ла һөҙөмтәләр бар. Әммә иң мөһиме, ул Донбасста йәшәүселәргә булышлыҡ итеү менән әүҙем шөғөлләнә, унда күп тапҡыр булғаны бар”, – тине бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
https://vk.com/bashbat?z=photo-215671551_457240157%2Fwall-215671551_1711