Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Декабрь 2023, 16:55

Рамазан Абдулатипов башҡорт егетенең ҡулын ҡыҫты

Искәндәр Хисмәт улы, оло ҡыуанысыңды уртаҡлашабыҙ. Артабан да изге эштәреңдә уңыштар, таҙалыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. 

Рамазан Абдулатипов башҡорт егетенең ҡулын ҡыҫтыРамазан Абдулатипов башҡорт егетенең ҡулын ҡыҫты
Рамазан Абдулатипов башҡорт егетенең ҡулын ҡыҫты

Атай-әсәй өсөн балаһының уңышын күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Был минуттарҙа билдәле шағирҙар Тамара менән Хисмәт Юлдашевтарҙың да ҡыуанысы сикһеҙ. Был хаҡта шағирә үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙа. "Улым Искәндәр Юлдашевты ҡотлайым! Һин уйсан, аҡыллы, милли сәйәсәт мәсьәләләрен яҡшы беләһең. Илдең Төп законы - Рәсәй Конституцияһы көнөндә "Этномәҙәни үҫешкә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеген нығытыуға һәм этномәҙәни хоҡуҡтарҙы тормошҡа ашырыуға индергән өлөшө өсөн”  Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүең менән ғорурланам".

Искәндәр Хисмәт улына бүләкте билдәле сәйәсмән Рамазан Абдуллатипов тапшырған.

Телем, халҡым тип йөрөгән аҫыл егеттәребеҙҙең береһе Искәндәр  Хисмәт улы 1983 йылда билдәле шәхестәр - Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Һөнәре – юрист.  Бөгөн ул  Рәсәй башҡорттары Федераль милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры вазифаһын башҡара. Был ойошманың эшмәкәрлеге барлыҡ Рәсәй биләмәһендә йәшәгән башҡорттарҙың коллектив хоҡуҡтарын һәм ихтыяждарын яҡлауға йүнәлтелгән. Ул Рәсәй милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың милли-мәҙәни автономиялар һәм Рәсәй Президенты янындағы милли мәсьәләләр советында ҡатнаша. 

Фото: Бәйләнештә

 

 

Рамазан Абдулатипов башҡорт егетенең ҡулын ҡыҫты
Рамазан Абдулатипов башҡорт егетенең ҡулын ҡыҫты
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас