+24 °С
Ямғыр


«Йыл йомғаҡтары» эфиры барышында Владимир Путинға «Ғаилә ипотекаһы» программаһы тураһында һорау килде, уны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә 2024 йылдың уртаһында ғәмәлдән сығырға тейеш. Программа 6 процент менән беренсел торлаҡ һатып алыуға кредит бирә. Бындай ипотеканы 18 йәштән кесерәк ике балаһы булған бөтә ғаиләләр ҙә рәсмиләштерә ала.
Рәсәй Президенты иҫәпләүенсә, программаны оҙайтырға кәрәк, ил хөкүмәтенә тейешле тәҡдимдәр әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Шуның менән бергә Владимир Путин федераль бюджеттың реаль мөмкинлектәренән сығып эш итергә кәрәклеген билдәләне.