

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған көндәрҙә Дәүләт Думаһына шәхси клиникаларҙа аборт яһатыуҙы тыйыу тураһында закон проекты индерелде.
Президент дәүләттең демографик проблеманы хәл итеүҙә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала ғүмерен һаҡлап ҡалыу файҙаһына ҡарар ҡабул итеүендә ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.
- Әммә, ҡабатлайым, беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары үтәлергә тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт етәксеһе.
Проблеманы хәл итеүҙе президент традицион ҡиммәттәргә мөрәжәғәт итеүҙә күрә, уларҙың береһе - бала - ул Хоҙай бүләге. Шулай уҡ президент һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эште көсәйтергә: ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын, поликлиникаларҙы, бала табыу бүлексәләрен тәртипкә килтерергә саҡырҙы.