Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Декабрь 2023, 16:45

Радий Хәбиров Баймаҡ мәсетендә йәш парҙы ҡотланы

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Радий Хәбиров Баймаҡ мәсетендә йәш парҙы ҡотланыРадий Хәбиров Баймаҡ мәсетендә йәш парҙы ҡотланы
Радий Хәбиров Баймаҡ мәсетендә йәш парҙы ҡотланы

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ мәсетендә хәрби корреспондент Илдар Юлдыбаевты һәм уның кәләше Юлиә Ишбулатованы никахтары менән ҡотланы. Башлыҡ Илдар менән Донбасҡа эш сәфәре менән барғанда таныша. Шул саҡте егет үҙенең өйләнергә йыйыныуын әйтә. Радий Фәрит улы Баймаҡта булһа, мотлаҡ йәш парҙы ҡотларға киләсәген белдерә.

- Мин һеҙгә мәңгелек мөхәббәт, бәхет теләйем. Атай-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙға ихтирамлы булығыҙ һәм, әлбиттә, күберәк бәпестәр үҫтерегеҙ,- тип теләне Радий Фәрит улы.

Йәштәр Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен еткерҙе һәм уның ҡотларға килеүе көтөлмәгән ҡыуаныс булыуын әйтте.

Илдар Юлдыбаев лицей-интернаттан һуң, Сибай институтына уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлап, Баймаҡ телевидениеһында эшләй. Артабан, 2023 йылдың октябренән,  "Юлдаш" каналының хәрби корреспонденты булып эш башлай.

Уның кәләше Юлиә буласаҡ табип, Өфө медицина университетының 5-се курсында уҡый.  

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Сығанаҡ: https://hakmar.ru/news/novosti/2023-12-15/radiy-h-birov-bayma-m-setend-y-sh-par-y-otlany-3568825?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

Автор:
Читайте нас