Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Декабрь 2023, 12:45

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...

Ҡаҙ итенән әҙерләнгән ризыҡтар менән элек-электән иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һыйлағандар.

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...

Иглин районының Ҡарамалы ауылында Дилара һәм Азамат Шакировтар ғаиләһе ҡаҙ өмәһе үткәргән.

«Ҡаҙ итенән әҙерләнгән ризыҡтар менән элек-электән иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һыйлағандар. Әгәр йортта еткән ҡыҙ бала йәшәй икән, бер нисә ҡаҙҙы туйға ҡалдырғандар. Биҙәлгән ҡоштарҙы туй өҫтәленә матур тәрилкәләрҙә алып сыҡҡандар. Ҡаҙҙың майы ла файҙалы – уны бешкән йәки өшөгән урындарға һөрткәндәр.

Быйыл Шакировтар егерме баш ҡаҙ үҫтергән. Ҡош-ҡорт аҫрарға бөтә шарттар ҙа бар бында. Шуға ҡаҙҙар ҙур, һимеҙ. Ә уларҙы эшкәртеү бик ҡатмарлы, бер генә кеше башҡара торған эш түгел.

Өмәселәр алдан уҡ саҡырылғайны. Улар араһында - «Хәтирә» башҡорт халыҡ фольклор коллективы ағзалары, туған-тыумаса, күрше-тирә. Ғәҙәттәгесә, сараға ауыл халҡы буш килмәй, ҡулдарында тәмлекәстәр була. Был юлы ла ҡатын-ҡыҙҙар төрлө тәм-том менән килде.

– Йыл һайын төрлө тоҡомло ҡаҙҙар аҫрайбыҙ, ауылдаштар менән бергә таҙартабыҙ,– тип һөйләне Дилара Әнүәр ҡыҙы. - Ҡаҙҙар тиҙ үҫә. Башлыса 4,5 килограмға тиклем етә. Беҙ бөтә ғаилә менән ҡаҙ итен ашайбыҙ, туғандарыбыҙҙы ла һыйлайбыҙ. Яңы йыл өҫтәленә мотлаҡ ҡаҙ әҙерләйем: уға гәрсис, тоҙ, һарымһаҡ һөртәм. Бер нисә ҡаҙҙы һатасаҡбыҙ. Мамыҡтан мендәрҙәр әҙерләйем.

Ҡоштарҙы салыу өсөн йорт хужаһы Азамат Тәлғәт улы яуаплы. Уға ауылдашы Зөфәр Даянов ярҙам итте.

– Ҡаҙҙарҙы салғас, ҡайнар һыуға батырырға кәрәк, – ти ғаилә башлығы. – Был осраҡта мамыҡ еңел йолҡона. Был ысулды күптән ҡулланабыҙ, уны беҙгә әсәйем өйрәтте.

Ҡаҙҙарҙы йылы бүлмәгә алып инделәр. Өмә ҡыҙҙы. Эш араһында олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең йәшлеген иҫкә төшөрҙө, ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Һуңынан бөтәһе бергә йыр һуҙҙылар. Йыр-моң, уйын-көлкө менән ваҡыттың нисек уҙғаны ла һиҙелмәне.

Ҡаҙҙар эшкәртелеп тә бөттө. Өмәнең иң күңелле ваҡыты етте: каҙҙарҙы, көйәнтә баштарына элеп, өмәселәр һыу буйына китте.

Йылғала ҡаҙҙарҙы йыуып алғас, йырҙар йырланды, милли уйындар уйналды.

– Беҙҙә халҡыбыҙҙың онотолған йолаларын тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Уларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Кешеләрҙең асылыбыҙға ҡайтыуы ҡыуандыра, – тине Ҡарамалы ауылы мәҙәниәт йортоноң өлкән ойоштороусыһы Нәзирә Шәрәфетдинова.

Автор: Сирина Фәррәхова.

Автор:
Читайте нас