Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
16 Декабрь 2023, 13:49

Өфө урамында рауза таратҡан ҡыҙҙы иҫләйһегеҙҙер, моғайын...

Әбйәлил ҡыҙының ҡыуанысы сикһеҙ.

Өфө урамында рауза таратҡан ҡыҙҙы иҫләйһегеҙҙер, моғайын...Өфө урамында рауза таратҡан ҡыҙҙы иҫләйһегеҙҙер, моғайын...
Өфө урамында рауза таратҡан ҡыҙҙы иҫләйһегеҙҙер, моғайын...
Өфө үҙәгендә башҡортса һүҙҙең тәржемәһен әйткән һәр кемгә рауза бүләк иткән БДПУ-ның 5 курс студенты Динара Ғәлләмованы иҫләйһегеҙҙҙер, моғайын.
Ошо изге йөрәкле ҡыҙ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү конкурсында 52 мең күләмендәге грантҡа лайыҡ булды. (ред.)
 
- Тәҡдим ителгән проект халыҡ йырын яҡлауға, популярлаштырыуға һәм танытыуға йүнәлтелгән. Ул башҡорт этносының рухи мираҫын һаҡлауға һәм киләсәк быуынға тапшырыуға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, ул телде телдән һәм музыкаль телмәрҙән камиллаштырырға мөмкинлек бирә», - тине проекттың авторы Динара. (ред.)
 
Динара, ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас