+21 °С
Болотло


"Айыҡ ауыл-2023" - Оло Әбеш ауылы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, уларҙа "Шәп егет" тигән телепроект тормошҡа ашырыла башлаған.
"Әбештең ете егете ете көн эсҽндә халҡыбыҙҙың төрлө шөғөлдәрҽн үҙләштерәсәк, үҙҙәрҽн һанап ҡараясаҡ. Беренсе көндә Урал Айҙар улы Юнысов егеттәрҙе ат ҡарау, уны егеү, туғарыу серҙәрҽнә өйрәтә. Ҡалған көндәрҙә лә береһенән-береһе мауыҡтырғыс һынауҙар көтә", - тиелә төркөмдәге яҙмала.
Оло Әбеш "Айыҡ ауыл-2023" республика конкурсында Хәйбулла данын яҡлаясаҡ. Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_73940