Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Декабрь 2023, 07:27

Афарин, Диана!

Стәрлетамаҡтан 11 йәшлек Диана Мәннәнова «Умнее всех» интеллектуаль шоуының яңы сығарылышында ҡатнаша.

Афарин, Диана!Афарин, Диана!
Афарин, Диана!

Диана — һиҙгер тойомлау һәләтенә эйә, бала сағынан скрипкала уйнай. Киләсәктә уҡыусы ҡыҙ үҙ һөнәрен ижад менән бәйләргә хыяллана.

Йәш яҡташыбыҙ аҡсалата приз алырмы-юҡмы, был хаҡта бөгөн, 21 декабрҙә, киске сәғәт 10-да белергә мөмкин.

«Умнее всех» шоуында 9-14 йәшлек балалар уйнай. Улар программалау, геосәйәсәт, шахмат, вексиллология, менталь арифметика, серпентология һәм башҡа өлкәләрҙе яҡшы белә. Проектты Тина Канделаки алып бара.

 

https://www.bashinform.ru

 

Фото:пресс-служба телеканала «Пятница!»

 

Автор:
Читайте нас