

Эске эштәр министрлығы водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуҙың яңы регламентын әҙерләне, документ 2024 йылдың 1 апрелендә көсөнә инер тип күҙаллана. Яңылыҡтар араһында - хәҙер кандидатҡа биш штраф урынына ете балл йыйырға мөмкин буласаҡ.
Шулай уҡ водитель таныҡлығы алғанға тиклем, руль артында медицина тикшереүенән баш тартҡандарға, административ яза ваҡыты үткәнсе имтиханға индерелмәйәсәк.
Бынан тыш, саҡырыу буйынса хәрби комиссариаттарға килмәгән граждандар ҙа экзамен тапшыра алмаясаҡ.
Регламент әлеге ваҡытта берҙәм норматив-хоҡуҡи акттар проекттары порталында йәмәғәтселек тикшереүендә.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/close