

“Пацан һүҙе” сериалын ҡарап ҡайнап ята бөгөн йәмғиәт. Хатта уны күрһәтеүҙән тыйырға ла ынтылыусылар бар. Тыйылып өлгөрмәне инде, күргәндәр күрҙе һәм шул иҫәптән үҙем дә. Мин иһә, нимәгә шул тиклем шаулайҙар икән был кинонан, тигән ҡыҙыҡһыныу менән эҙләп таптым.
Сериалда һикһәндең аҙағы-туҡһандың башындағы Татарстандың Ҡазан ҡалаһында барған ваҡиғалар һүрәтләнә. Бер ҡала эсендәге тотош илдең йәшәйеше инде.
Кино булараҡ бик шәп төшөрөлгән. Оператор эше, костюмдар, фатирҙар, урам, диалогтар, сценарий үҙе... шәп! Ҡарай башлау менән эсенә инеп китәһең, айырылып булмай, бер геройҙы ла артист тип уйламайһың, реаль ысынбарлыҡ итеп ҡабул итеп (шаулы төркөмдәр трихы ысынлап булған), көйөп-борсолоп ултыраһың. Был - яҡшы фильм күрһәткесе. Шәп китап, шәп кино шулай булырға тейеш тә. Әлбиттә, ҡайһы бер нәмәләрен аңғарҙым. Мәҫәлән, сәкән һуға торған майҙанда йөрөгәндәрендә эргәләге өйҙәрҙең пластик тәҙрәләре күренеп тора һәм башҡалар. Тик былар ғына сериалды боҙмай.
💥Нимә өсөн тауышлана һуң халыҡ? Сериалдың идеологик яғы өсөн. Йәғни, бөгөнгө йәштәргә уның ниндәй йоғонтоһо булырға мөмкин? Ниндәй тәрбиәүи яҡтары бар? Интернет постарына ҡолаҡ һалғанда, кино йәштәрҙең криминаль тормошон артыҡ шаштырып күрһәтә һәм енәйәтселекте романтикаға уҡ әйләндереп ебәрә. Ошо сәбәпле балалар араһында енәйәтселек үҫеп китергә мөмкин.
💥Был, әлбиттә, бик ҡатмарлы һәм ауыр һорау. Кино тәьҫирендә генә ул дәүер пацандары була алырлыҡмы икән бөгөнгө заман балалары? Аҙыраҡ ҡына аҡылы һәм тәрбиәһе, пландары һәм маҡсаттары булған йәштәргә фильмдағы геройҙарҙың тормошондағы ҡаралыҡ һәм фажиғәләр күренергә тейеш. Мәҫәлән, төп геройҙың әсәһе улының проблемаларын күтәрә алмай аҡылдан яҙа; Мараттың ҡыҙын көсләйҙәр һәм ҡыҙыҡай тәҙрәнән ташлана; Афған һуғышын үтеп ҡайтҡан егет кеше үлтерә һәм уның үҙен дә сәнсеп китәләр. Эргә-тирәлә геройҙарҙың дуҫтары һәм дошмандары туҡтауһыҙ үлә.
💥Сериалдың геройы Андрей, ҡушаматы “пальто”, башта “чушпан” була, йәғни бер группировкаға ла инмәгән ябай малай. Музыка менән шөғөлләнә, яңғыҙ әсәһенә һеңлекәшен ҡараша. Тик төрлө урам төркөмдәренә бүленеп бөткән малайҙар уны ҡыйырһыта, аҡсаһын талап ала, туҡмайҙар. Андрейға Марат исемле бандит малай менән танышып, уның урам төркөмөнә инергә тура килә. Ул унда үҙе барып көсләшеп керә. Сөнки ҡалала ла, мәктәптә лә яңғыҙ ғына йәшәрлек түгел.
💥Андрей ярлы ғаилә балаһы, һәр тинде һанап ҡына йәшәйҙәр. Марат бай балаһы. Тик был ике дуҫтың яҙмыштары бер-береһенән артыҡ айырылмай, сөнки әлеге урам тәртиптәре уларҙы тигеҙләй. Малайҙар һәр ваҡыт туҡмала. Хатта уларҙы тәрбиәүи күҙлектән үҙ ағайҙары ла, төркөмдөң олораҡтары ла, дошмандары ла дөмбәҫләй. Тота килеп йоҙроҡлап бер-береһенең битенә тондороу, ҡолата һуғыу, һалып типкеләү бында моң түгел. Пацандарҙың һүҙенән алда йоҙороғо йөрөй. Ҡарап ултырғанда, бәлки, был “круто”лыр, әммә тора-бара әлеге томшоҡ онтауҙар туйҙыра һәм бының аҙағы яҡшы менән бөтмәҫен аңлайһың.
💥Малайҙарҙың урам ҡанундары дөрөҫлөк яҡлы һымаҡ итеп позициялана. Мәҫәлән, ҡыҙҙы көсләгән егетте туҡмап ҡыуып ебәрҙеләр. Алдағандарҙы, ҡурҡаҡатарҙы фашлайҙар. Әммә уларҙың дөрөҫлөктәре ниндәйҙер примитив өлкәләрҙә генә эшләй, ә кәрәк урында бөтөнләй юҡ. Мәҫәлән, Айгөлдө көсләнгән, йәғни “боҙолған” өсөн кәмһетеп ҡыуҙылар. Әйтерһең ҡыҙ бала үҙе теләп бирелгән. Ул бит инде шул пацандарҙың видео аппаратын дошман ҡулына бирмәйем тип барып ҡапты. Ә шул ҡыҙҙы, тикшереп тә тормай, бәхетһеҙлеккә этәрҙеләр. Шулай уҡ Марат та төркөмдөң иң тоғро, иң “отчаянный” малайҙарының береһе ине, ул шул “боҙолған” ҡыҙ менән артабан да дуҫлашҡан өсөн ҡыуылды. Асылда, 14 йәшлек үҫмер ҡыҙының көсләнгәнен дә яҡшылап аңлап етмәне, Айгөлдөң “юҡ, булманы” тигән яуабына балаларса ышанды йәки яратҡан ҡыҙының һүҙенә шикләнергә теләмәне.
Киноны сығарыусылар, шул иҫәптән уларҙы яҡлап сығыусы режиссер Михалков та, сериалда бандитлыҡты пропагандалау йәки енәйәтселек романтизмы юҡ, тиҙәр. Әммә был бар. Бына, мәҫәлән, ике төп герой ҙа, Андрей менән Марат, икеһе лә матур ғына үҫмерҙәр. Ҡыйыуҙар, үткендәр, еңмештәр, үҙ һүҙлеләр, тоғролар. Улар ниндәй генә яманлыҡ ҡылһа ла, күҙҙәре янып, ауыҙҙары йырылып тора һәм беҙ уларҙы ирекһеҙҙән яратабыҙ. Тиңдәш ҡыҙ-ҡырҡындары был геройҙарға бөтөнләй һуштан яҙып ғашиҡ була бит инде. Унан килә төркөмдөң ҡырын эштәре менән бергә футбол уйнауҙары, бергәләп йүгереүҙәре, спорт менән шөғөлләнеүҙәре лә күрһәтелә. Йәғни, йәнәһе малайҙар ҡанһыҙ, әммә дөрөҫ юл менән бара. Артабан егеттәрҙең кеше үлтереүен дә һәм башҡа енәйәттәрен дә һөйгән ҡыҙҙары тикшермәй, риза булмаһалар ҙа һаман шул егеттәрҙе һайлайҙар. Сериалда ололарҙың йәштәргә йоғонтоһо юҡ, улар йә был мәшхәрҙе күтәрә алмай аҡылдан яҙа, йә ҡулдарын төшөрөп, үҙҙәре үк ярҙамға мохтаж булып ултыра ла ҡала. Бында бөтөн донъяға пацандар хужа итеп күрһәтелә. Бөтөн ошо үрҙә яҙылғандар бандитлыҡты, енәйәтте романтик биҙәктәрҙә бирә лә инде. Әммә мин Михалковтың әйткәндәре менән дә килешәм: сериал ғына баланың ҡарашын үҙгәртә, уны юлдан яҙҙыра алһа, ата-әсәләргә ни һан?
Бөгөнгө баланы сериал күрһәтеп кенә урамға сығарып, уларҙан пацан яһап булмайҙыр. Сөнки 80-се йылдар аҙағындағы юҡлыҡты, ул заман йәшәү рәүешен бөгөнгөләр белмәй. Әлеге бургер ашап, айфон тотоп ултырған малайҙарҙы кинолағы ҡаты урам тәртиптәренә күндереү ҙә мөмкин түгел. Эйе, малайҙар бер-береһен “чушпан” һәм башҡа атамалар менән эләкләп тә,”пацаны не извиняются” тигәндәрҙе ҡабатлаған булып хатта һуғышҡылап та алырҙар. Әммә сериалға оҡшарға тырышыу шул танау ҡанатышыуҙан ары китмәҫ. Бит ул кинолағын ҡабатлау өсөн шул дәүерҙә үҫергә кәрәк. Ул заман малайҙары уйнамай, был уларҙың йәшәү, көрәш рәүеше, тере ҡалыу форсаты. Улар ҡылыҡтарын кинонан ғына өйрәнмәгән, мода өсөн дә йөрөмәйҙәр, ә шулай көн итәләр. Бөгөнгөләр иһә сериалды ҡарап алып аҙыраҡ ҡоторошорҙар ҙа, улай урамда сабышып йөрөгәнсе, яҡындағы берәй “макдак”та телефонға тексәйеп ултырыуҙы яҡшыраҡ күрер. Сөнки ул пацандар тормошо, нисек кенә ҡыҙыҡ булмаһын, пираттар һәм боронғо яугирҙәр мажаралары һымаҡ, мораль яҡтан иҫкергән.
Сериалдың аҙағы нимә күрһәтте? Беҙҙең яратып ҡараған геройҙарыбыҙҙың бөтәһенең дә яҙмышы боҙолдо. Улар өйөрҙәре менән төрмәгә эләкте, үлеп-ҡырылып бөттө һәм шул сама. Береһе лә бәхетле булманы.
💥Пацан һүҙенең төшөнсәһен дә ҡарап киткәндә, ул 20-се йылдарҙан ҡулланыла башлаған “урам малайы” мәғәнәһендә бирелә. Бик боронғоһонда инде, еврейса “поц” - ир баланы уның ағзаһы исеме менән атай. Был һүҙҙе уларҙа “болван” мәғәнәһендә лә, һәр хәлдә кәмһетеү итеп ҡулланғандар. Украиндарҙа “пацюк” тип сусҡа көткән малайҙарҙы шул уҡ сусҡа бәрәсе һымағыраҡ итеп атағандар. Аҙаҡ ҡына “пацан” “үҫә”, уның һүҙ мәғәнәһе таҙара барып, әҙәбиәткә лә, сәнғәткә лә килеп инә. Ә сериал буйынса инде, уны ҡараған һәр кем интеллекты, аҡылы кимәлендә үҙенә кәрәк һығымтаны алыр, моғайын.