Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Декабрь 2023, 14:18

Һөйләшеп тә тормағыҙ!

Әленән-әле мутлашыусыларға миллионлап аҡса күсереүселәр тураһында яңылыҡтар ишетелеп тора. Нисек алданмаҫҡа? 

Һөйләшеп тә тормағыҙ!Һөйләшеп тә тормағыҙ!
Һөйләшеп тә тормағыҙ!

Бөгөн Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-майоры Евгений Полтавец кибер-алдашыу темаһына матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Уның һүҙҙәренсә, һуңғы арала телефон аша мутлашыусылар айырыуса ныҡ әүҙемләшкән. Быйылғы туғыҙ айҙа республика кешеләре ошо енәйәтселәр иҫәбенә 2 миллиард 60 миллион һум аҡса күсергән! Ә декабрь айы күрһәтеүенсә, республика халҡы енәйәтселәргә көн һайын уртаса алты миллион һум күсерә.

Мутлашыусылар тоҙағына тик оло йәштәгеләр эләгә тип уйлау дөрөҫ түгел. Аҡсаһын юғалтыусыларҙың  60 проценты хеҙмәт йәшендәгеләргә тура килә.

Алданмайым, аҡсамды юғалтмайым, бурысҡа батмайым тиһәгеҙ, таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар, яуап бирмәгеҙ! 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас