+21 °С
Болотло


Синоптиктар фаразынса, ағымдағы йылдың һуңғы аҙнаһында көндәр йылы торасаҡ. Дүшәмбенән йомаға тиклем көндөҙ 0, -5 градус, ә төндә -2, -5 градус булыуы көтөлә.
Шәмбе, 30 декабрҙә, еңелсә һалҡынайта, ә байрам алдынан 31 декабрҙә һауа температураһы төндә -21 градусҡа тиклем төшәсәк (көндөҙ -10 градустан юғары түгел). 2024 йылдың тәүге көнө һыуыҡ буласаҡ: көндөҙ -22, ә төндә -26 градус. 2 ғинуарҙа ла шундай һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ.
Фото: https://ru.freepik.com