Крынок районындағы Рәсәй яугирҙары яраланған украин хәрби хеҙмәткәрен ҡотҡарған, уны хеҙмәттәштәре яу яланында ҡалдырған, тип хәбәр итте Херсон өлкәһе губернаторы Владимир Сальдо.
"Яраланған ҡатын, һауала беҙҙең пилотһыҙ осоусыны күреп, ҡулы менән ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Хәрби хеҙмәттәштәре ташлап китеү сәбәпле, Рәсәй хәрбиҙәре уны эвакуацияланы һәм медицина ярҙамы күрһәтте", - тип яҙған ул.
ФОТО: КАДР ВИДЕО/ТЕЛЕГРАМ-КАНАЛ ВЛАДИМИРА САЛЬДО.