Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Декабрь 2023, 14:42

Дауахананың баш табибы СВО-ға киткән

Уның һүҙҙәренсә...

Дауахананың баш табибы СВО-ға киткәнДауахананың баш табибы СВО-ға киткән
Дауахананың баш табибы СВО-ға киткән

Өфөнөң 8-се ҡала дауаханаһының баш табибы Руслан Гәрәев Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө һәм хәрби округҡа юлланды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Әле медик махсус хәрби операция зонаһында, ялан госпиталендә хеҙмәт итә. Хирург хәрбиләрҙең кәүҙәһенең зарарланған өлөштәрен яңынан тиерлек яһай. Уның һүҙҙәренсә, хис-тойғоларға ваҡыт юҡ, тиҙ һәм оҫта эш итергә кәрәк.

Мәҫәлән, ЛНР-ҙың Красная Луче ҡалаһында Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре  халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Уҙған йылдың мартынан табиптар 117 меңдән ашыу пациентты ҡабул иткән, 90 меңдән ашыу тикшереү үткәргән.

Фото: Минздрав Башкортостана

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас