

Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Яңы йыл төнөндә артистар ҡатнашлығында музыкаль марафон ойошторола. Программа 31 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа башлана һәм 1 ғинуарҙа төнгө 2-лә тамамлана. Был хаҡта мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Рус драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артистары Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов («Ант» төркөмө), республиканың атҡаҙанған артистары Александр Петров, Рәдиф Зарипов, Тимур Рамазанов, Фирҙина Абдуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илира Ғиләжева, шулай уҡ йырсы Алтынай Вәлитов һәм балет солисы Айтуған Вәлмөхәмәтов сығыш яһаясаҡ.
«Бишбармаҡ» оркестры сараға йыйылғандарҙы ҙур музыкаль тамаша менән ҡыуандырасаҡ.
Шулай уҡ ҡала Мәҙәниәт һарайы солистары Ләйсән Һарытова, Радмир Хәсәнов, Алина Ғатауллина, Алмаз Әйүпов, Марина Васильева, Динар Фәйзуллин, Динар Кускилдин, Светлана Сәхәбәбетдинова һәм Хәйҙәр Мөхтәров башҡарыуында дәртле йырҙар яңғыраясаҡ.
Аниматорҙарҙан заманса уйын программаһы күрһәтеләсәк, шулай уҡ шоуҙа Ҡыш бабай менән Ҡар һылыу ҡатнашасаҡ, артистар башҡарыуында иң яҡшы Яңы йыл хиттарына дәртле бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.
Инеү ирекле.