+21 °С
Болотло


Ишембай ҡалаһында сауна хеҙмәткәре саҡ һәләк булмаған. Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Был фажиғә Жуковский урамында булған. 64 йәшлек ир ҡоҙоҡҡа скважинаны ремонтларға төшкән дә кире сыға алмаған. Хәле насарайып, аңын юғалтҡан ирҙе хеҙмәттәштәре күреп ҡалып Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын саҡырытҡан. Бау ярҙамында ирҙе өҫкә күтәргәндәр һәм табиптарға тапшырғандар.
- Фельдшер тикшергәндән һуң зыян күреүсе "Билдәһеҙ газ менән ағыуланыу" тигән яҡынса диагноз менән дауаханаға оҙатылған, - тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Фото: МЧС Башкирии