

13 йәшлек Ҡытай малайы ҙур сумма аҡса һалынған сумканы табып, хужаһына кире ҡайтара. Был хаҡта South China Morning Post (SCMP) хәбәр итә. Цзянсу провинцияһынан Ян Сюань әсәһе менән урам буйлап китеп барғанда велосипедсынан төшөп ҡалған аҡ сумканы күреп ҡала. Малай ҡыҙыҡһыныуҙан уны асып ҡарай һәм эсендә 158 мең юань (ике миллион һум) күрә. Сюань шунда уҡ хужаһын ҡыуып етергә маташа, әммә велосипедсы алыҫ китеп өлгөрә. Шул саҡта малай әсәһенә полицияға шылтыратырға тәҡдим итә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар Сюаньдың мөрәжәғәтенә тиҙ арала яуап бирә һәм уны әсәһе менән бергә полиция участкаһына саҡыра. Тиҙҙән улар юғалған аҡсаның эйәһен табып, уға кире ҡайтара.