

Билдәле журналист Ришат Миндияров йәшләй арабыҙҙан китте. Был хаҡта сәхифәһендә Гөлнур Ишбулатова яҙа. "Бәхил бул, дуҫ, коллегам, бәхил бул ышанғы килмәй был ауыр хәбәргә.Үткән аҙнала ғына, эштән ҡайтышлай күрҙем бит үҙеңде, һәр ваҡыттағыса мәрәкәләнең, көлөштөк
Ришат Миндияров, тормош һынауҙары үтеп дуҫҡа әйләнгән коллегам!
Тв яңылыҡтарында, радиола хатта бер бүлмәлә ултырып эшләнек, тура эфирҙа парлы программа алып барҙыҡ.Шул йылдарҙа эшләгән ҡайһы бер кешеләрҙән төңөлдөм мин, ләкин һинән түгел, Ришат.Ошоғаса дуҫ, терәк булып ҡала белдең...эх, тормош аяуһыҙ икән, ҡарағайҙай ир ауҙы...ауырығаныңды ла, ауыр операциялар кисереүеңде лә һуң ғына әйттең, шулай ысын ирҙәрсә, сабыр була белгәнһеңдер инде.
Ришат менән һуңғы төшкән фото.Медицина докторы Марс ағай Юлдашевтың йортона барҙыҡ".
Фото: Бәйләнештә