

Өфө мәктәбендә «Слово пацана» сериалының көйөн ҡуйып, 23-сө мәктәптең 13 йәшлек уҡыусыһын йәберләгәндәр. Уны класташы туҡмаған.
Туҡмалған малайҙың әсәһе әйтеүенсә, кейем алмаштырыу бүлмәһендә бер төркөм уҡыусылар уны иҙәнгә теҙләндереп, башына пакет кейҙергәндәр һәм уға төкөрә башлағандар, бысраҡ аяҡ кейемен яларға мәжбүр иткәндәр, ләкин ул баш тартҡан.
Уларҙы тыңламаған өсөн туҡмағандар, ауыҙына ҡағыҙ тултырып, сәйнәргә ҡушҡандар. Кемдер «Слово пацана» сериалының музыкаһын ҡуйған, был хәлде видеоға ла төшөргәндәр. Малайҙың әсәһе полицияға ғариза яҙған.
Бала менән барыһы ла һәйбәт, тигән мәктәп директоры, ләкин низағ тураһында фактты раҫлаған. Әле уҡытыусылар һәм ПДН хеҙмәткәрҙәре ошо осраҡтың сәбәптәрен асыҡлай.
Ул йәберләгән малайҙарҙың әсәләре тураһында әшәке һүҙҙәр әйткән, шуға тегеләре уның иманын уҡытырға булған тип тә яҙалар. Фотола иһә туҡмалған малай.
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim