Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Декабрь 2023, 14:59

Уҡытыусы, Етәксе, Шәхес...

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Уҡытыусы, Етәксе, Шәхес...Уҡытыусы, Етәксе, Шәхес...
Уҡытыусы, Етәксе, Шәхес...

Бөгөн М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның элекке ректоры Эдуард Хәмитов арабыҙҙан китте, тип хәбәр итә педагогия университетының матбуғат хеҙмәте.

Эдуард Хәмитов "Математика һәм физика уҡытыусыһы" һөнәре буйынса Бөрө педагогия институтын, һуңынан Куйбышев дәүләт педагогия институты аспирантураһын тамамлаған. Уҡытыусы, декан, Өфө нефть институтының физика кафедраһы мөдире булып эшләй. 1968 йылда Башҡорт пединститутына килә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шунда эшләй. 1983 - 2005 йылдарҙа ул университет менән етәкселек иткән.

2021 йылда Аҡмулла университетының Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институтында юғары уҡыу йортоноң абруйлы профессоры Хәмитовтың исемле аудиторияһы асыла.

Эдуард Хәмитов менән бәхилләшеү иртәгә, 29 декабрҙә, иртәнге сәғәт 10-да М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се корпусыныда уҙа. Адресы: Октябрь революцияһы урамы, 3а.

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Фото:Валерий Шахов

Автор:
Читайте нас