+21 °С
Болотло


Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, министр Айрат Рәхмәтуллин Ағиҙел-Бөрө трассаһында аварияла зыян күргән башҡалар кеүек үк бөтә кәрәкле ярҙамды ала.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк була, өс кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Уларҙың барыһына ла тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың умрау һөйәге һынған, башы йәрәхәтләнгән. Ул Өфөгә республиканың төньяҡ-көнсығышы буйлап эш сәфәренән ҡайтып килгән",- тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Фото: МЧС РБ, vk.com/dr.arakhmatullin