

Свердловск өлкәһе Свободный биҫтәһендә йәшәүсе 27 йәшлек Татьяна мунсала бала тапҡан һәм сабыйын ҡар көрткә күмеп ҡуйған. 20 декабрҙә донъяға килгән сабый шул уҡ көндө һәләк була яҙған. Уны ҡартатһы ҡотҡарған. Ир осраҡлы ғына иртә менән дачаға килгән булған.
Ҡатын һүҙҙәренсә, уның тулғағы иртә таңдан башлана, ул өйҙә үҙе генә була. Иренә «ауырыйым» тип әйтә, имеш, арҡаһы ауырта, һәм ул дауаханаға йыйына. Ә үҙе дача йортона китеп бара.
Бала реанимацияла. Хәҙер әсәһе балаһын кире алам тип йөрөй. Түбәнге Тагил балалар дауаханаһы хәбәре буйынса, баланың ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Уны әсәһенә биреү-бирмәүҙе хоҡуҡ һаҡлау органдары хәл итәсәк.
Психик яҡтан сәләмәтме икән һуң был ҡатын? Ауырлы булыуын 8 ай самаһы законлы (!) иренән һәм туғандарынан йәшергән, табыу менән көрткә күмеп ҡуйған ҡатынға балаһын бирергә кәрәкме икән?