Татарстандың Чирмешән ауылында йәшәүсе Әлфиә һәм Рунис Ялышевтар лотереяға 18 миллион һум аҡса отҡан. Әлфиә Ғүмәр ҡыҙы ай һайын лотерея алып бәхетен һынап ҡарарға күнеккән. Ноябрь айында 300 һумға һатып ала.
- Телефоныма лотерея һатыусы төркөмдең ҡушымтаһын (приложение) һаҡлап ҡуйҙым. Билетты онлайн һатып алам һәм уны тултырып электрон рәүештә ебәрәм, - ти ул. Һуңғыһында ла шулай эшләнем һәм 15 минуттан яуап та килде. Бик шатландым, тик ғәжәпләнмәнем, сөнки 100 мең һумға тиклем аҡса отҡан осраҡтар бар ине. Уларҙы әлеге отошто теркәргә Мәскәүгә саҡырып алғандар. Уңыш 180 көндән һуң уларҙың иҫәбенә күсәсәк. Шәп бит, ә! Ә һеҙ аҡса отҡанығыҙ бармы?