Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
4 Ғинуар 2024, 06:40

Бәхил бул, әҙип!

Шағирҙың ғаиләһенең, балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәрхүмдең йәне йәннәттә булһын. 

Бәхил бул, әҙип!Бәхил бул, әҙип!
Бәхил бул, әҙип!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммасов вафат.
Рауил Шаммасовҡа 93 йәш ине. Ул Стәрлебаш районының Уразай ауылында донъяға килгән. Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлағандан һуң уҡытыусы булып эшләй. 1960 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған.

Рауил Шаммас — киң ҡырлы, тәү сиратта лирик философияға, күңелсән юморға һәм үткер сатираға тоғро шағир ине. Уның әҫәрҙәрендә илһөйәрлек хистәре өҫтөнлөк итә, ул ерҙәге тормошто дауам итеүсе әсәләргә дан йырлай, тормошсанлыҡ идеяларын тәүге урынға ҡуя. Әҙип үҙенең «Уттар» (1964), «Онотмағыҙ беҙҙе, тереләр» (1968), «Йөрәк алмаһы» (1974), «Утлы дәфтәр» (1988) поэмаларында һәм ҡайһы бер башҡа әҫәрҙәрендә совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы тиңһеҙ батырлығын маҡтай, фашизмды үҙ өңөндә дөмөктәргән ҡыйыу яугирҙәрҙең иҫтәлеге мәңге һаҡланасағын ышаныслы дәлилләй. Шағирҙың арыу ғына һандағы поэма һәм балладаһы халыҡ ижадының сағыу өлгөләрендәге уй-фекергә нигеҙләнеп ижад ителгән.

Ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы Рауил Шаммастың әҫәрҙәре белорус, рус, украин, ҡараҡалпаҡ, мари, татар һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителгән. Уның шиғырҙарына билдәле композиторҙар Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡалар тиҫтәләгән йыр ижад иткән.

Автор:
Читайте нас