Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2024, 06:32

Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (1)

– Калхуз үгеҙе. Ана, бисәләреңде ҡайҙа ҡуяһың?

Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (1)Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (1)
Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (1)

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА

Ҡарасәс

Повесть

1

Фермала яңы тыуған быҙауҙар ояһы мейесенә утын өҫтәп, ҙур ҡаҙанға һыу тултырып, эшен алмашсыһына тапшырғас, ҡайтырға сыҡты Ҡарасәс. Көпөһө кеҫәһенә ҙур ғына туҙ ҙа тығып алды. Мейескә ут тоҡандырыуҙары бер бәлә. Уны әҙләп кенә тотоналар. Ағаһы өйҙә булмағас, утын әҙерләү ҡыйынға төшә. Ә ул, әсәһе әйтмешләй, һалдат уйынында ята.
“Һуғыш туҡтауға күп ҡалмаған, тип әйтә фронттан яралы ҡайтҡандар, тағы нимәгә ебәрәләр икән һалдатҡа, – тип көйәләнә әсәһе. – Атайыңды алдылар микән?”
Ҡарасәс атаһын көн дә һағынып һөйләгән әсәһен йәлләй. Һаман онота алмай. Уның уйында беҙ бармы икән?.. Ислам ағаһы һуғыш бөткәнсе шул уйынында йөрөһөн дә ҡуйһын.
Ҡасан ғына ни сана, ни арба ваҡыттар үтер. Яратмай ошо ҡара көҙҙө. Тиҙерәк кенә ҡышы үтеп, йәй етһен. Бригадир Асия апай: “Октябрь байрамына клубта концерт ҡуябыҙ. Һинән бер йыр, бер декламация”, – тип әйтеп киткәйне. Нимәне йырларға? Һағышлы йырҙарға илап баралар, күңелдәрҙең китек саҡтары, ҡайғы ҡағылмаған өй ҙә юҡтыр. Таҡмаҡ әйтергә яратмайым. “Зәйтүнәкәй”ҙе Нурия өҙмәй йырлап йөрөй. Шуны алыр. “Зөләйха”ны микән?
Тышта ҡараңғы. Ауыл осонда ятҡан ферманан бөгөн бер үҙе ҡайтырға булды. Кеше-фәлән юҡта йырҙы иҫкә төшөрөргә иҫәбе. Атлай биргәс:

Таңдан тороп һыуҙар һиптем
Баҡсалағы түтәлгә.
Күҙем төшһә, күңелем төшмәй
Һинән башҡа бүтәнгә,

– тип йырлап ебәргәйне:

Оҙон ҡара сәстәреңде
Таҫма кәрәк үрергә.
Өҙөлөп һөйгән йәрең килгән,
Сыҡсы, зинһар, күрергә,

– тип дауам итте берәү. Ҡыҙ артына әйләнде.
– Сәйет ағай, ҡотто осорҙоң ҡалай! Концертҡа тип йыр өйрәнеп киләм, – тине туҡтап.
– Йырҙан да ҡурҡҡас. Беләм, мин дә ҡатнашам. Икәүләшеп йырлайыҡмы әллә? – Бер аяғын саҡ һөйрәп, ҡыҙҙы ҡыуып етте.
– Фермала нимәштәп йөрөйөгөҙ ул? Һауынсылар етерлек ул беҙҙә.
– Көлмә. Шитауаттың эше шул. Бөтә ерҙә лә иҫәп-хисап кәрәк. Ауыр эшкә яраҡлы бисәләрҙе ҡарап йөрөйөм.
– Унда бөтәһе лә эшкә сос.
Ҡыҙ ситкәрәк тайшанды, ә уныһы эргәһенән китмәй атларға маташа.
– Әрҙәнә ҡырҡырға кешеләр ебәрергә бойороҡ килде. Фронтҡа утын, күмер күп кәрәк бит. Һине лә яҙҙым.
– Мине-е-е? Ниңә мин? Минән башҡалар бөткәнме?
– Бөтмәгән!
– Шай буғас.
– Алланың ҡашҡа тәкәһе түгелһең, һин дә барырға тейеш. Кәрәк, илгә кәрәк!
– Кәрәк икән – барам! – Ҡарасәс үҙҙәренең өйө яғына боролғайны ғына, Сәйет еңенән һелкетә тартып алды.
– Тор-роп тор, үсекмә! Бармаҫҡа ла була, тик бер шарт бар.
– Ниндәй шарт?
Тегеһе саҡ ишетерлек итеп кенә:
– Миңә кейәүгә сыҡһаң, нәпример. Өҫтөң бөтөн, өйөң йылы буласаҡ. Туҙ ҙа урлап йөрөмәҫһең.
Терт итеп ҡалды ҡыҙ. Әллә өшөүҙән, әллә асыуы килеүҙән ҡалтыранып, ни әйтергә лә белмәй торҙо бер аҙ. Тағы берәй нимә әйтеп һалмаһын тип:
– Әллә күҙәтеп торҙоңмо шымсы һымаҡ? Шайтмаһа ярар ине. Туҙ – тоҙ түгел. Бисәләрең ауыл тулы былай ҙа. Кит юлымдан! Лутшы әрҙәнәгә барам. – Ул шәп-шәп атлап китеп барҙы.
– Туҙ ҙа хөкөмәттеке. Урлашыуға тура юл – төрмә. Сығырҙай булырһың да. Эреләнеп ҡылана, – Сәйет һөйләнә-һөйләнә үҙ урамына атланы.

***
Хәле бөтөп, тышылдап килеп ингән ҡыҙынан Шәкирә ҡурҡып:
– Берәйһе баҫтырҙымы, нимәгә ҡотоң осҡан? – тип һораны.
– Анау Сәйеттән ҡастым.
– Атаҡ, шитауаттан ҡурҡып ни, биҙа ла арыу егет. Ултыра һал, көтөп кенә торам.
Шәкирә урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйҙе. Тауыҡ йомортҡаһындай ғына өсәр картуф, берәр генә телем икмәк һалды.
– Оҙаҡтаның. Асыҡтың инде.
– Әсей, теге сатан мине әрҙәнәгә ебәрәм, туҙ урҙағаның өсөн төрмәгә тығам башыңды, тине.
– Кит, юрамал ғына әйтәлер. Һинән ниндәй әрҙәнәсе сыҡһын. Ыстағим, туҙып ятҡан туҙына ла ҡағылыуы ҡурҡыныс һәҙер.
– Шулай тине. Әгәр миңә кейәүгә сыҡһаң, ебәрмәйем, ти. Сатан. Шөҡәтһеҙ.
– Улай тимә, ауырыуҙы һорап амайҙар. – Ул, көлөмһөрәп, ҡыҙына ҡараны. – Сыҡһаң ни, насар, күңел ятмаҫлыҡ егет түгел дәһә. Артынан, ана нисәмә бисә эйәреп йөрөй.
Ҡыҙы асыуынан әсәһенә аҡайып ҡарап:
– Шуға ҡыҙыңды бирергә ризаһыңмы? Мин бында артыҡ ҡашыҡ инде атыу.
– Ҡыҙма! Унан әйтмәйем. Ирҙәр бөттө ауылда, һораусыһы булғанда китеп ултырыуың яҡшы, тигәйнем дә.
– Ә һин уның һуғыштан ҡасып ҡалғанын беләһеңме? Мин беләм.
– Нисек ҡасып? Тубығы шешенеп, бөгөлмәгәнгә бармаған һуғышҡа. Сатан даһа. Тубығына һыу йыйыла, тип һөйҙәне өләсәһе. Кем әйтте? Шым, ишетеп ҡалмаһындар. Башыңды ашарҙар. Ҡайҙан беләһең? Шым ғына һөйҙә, киске тауыш яңғырай.
– Ишеттем. Бер көн фермаға Тәғзимә апай эргәһенә әсәһе килгәйне. Шунда уларҙың әрҙәшкәнен тыңдап торҙом. Мине күрмәнеләр. Әбей һаңғырау, хәтере лә насар.
– Шан?
– Сәйет һинең арҡаңда аҡһаҡ булып ҡалды. Хәҙер ана тубығы гелән шеш. Врачтар ҙа нимәнән икәнен белмәй. Нимә? Ниндәй үлән, япраҡ бәйҙәнең ул, тип һорай әбейҙән. Әсәһе белмәйем-белмәйем, зату һуғышта йөрөмәй, тигән була. Башҡалар һымаҡ яуҙа йөрөүе яҡшыраҡ булыр ине әле. Хәҙер, ана, йөрөй бисәләр башын ҡаңғыртып. Яратҡан ейәнеңдең даны таралды. Үрге остан Хәтирәнең ҡыҙы, бирге урамдан ике балалы Зәкиә ауыр аяҡлы, тип һөйҙәйҙәр. Икеһен бер юлы алып ҡайт, тип әрҙәнем бөгөн. Йә, иҫеңә төшөр теге үләнде кем бирҙе, ҡайҙан алдың, тип ҡысҡырҙы әсәһенә.
– Әбей нимә тине?
– Белмәйем, баҙарҙан бер мәрйәнән алғайным, тине. Ул алйып барған әбей ҡайҙан хәтерләһен. Сәйетен әйтер инем. Әзмәүерҙәй башы менән ят инде шулайтып.
– Шымыраҡ, ишетеп ҡамаһындар. – Шәкирә тәҙрә ҡорғанын тартып, урамға күҙ һалды. – Тыңдап торорҙар, ошаҡтарҙар.
– Әсей, бүтән ул әҙәм тип ауыҙыңды ла асма. Шул шөҡәтһеҙгә күҙ ҙә һалмайым. Әрҙәнәгә китеүем мең артыҡ.

***

Ошонан һуң Сәйет Ҡарасәсте көн дә ферма юлында һағаланы. Уларҙы бергә күреүселәр булды. Сәйет кәләш ала икән, ҡыҙ ни шундай шәп егеткә ризалыҡ биргән, тигән ғәйбәт таралды ауылда.
Ҡарасәстең йәне үртәлде, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ҡайҙа ҡасырға, тип баш ватты.
– Һиңә кейәүгә сығырға уйламайым да, киләһе көҙгә уҡырға китәм! – Үҙен көтөп торған Сәйеткә тип әйтеп, шәп-шәп атлап уҙып китергә маташты бер көн.
– Уҡырға? Мин дә барам һинең менән. Кемгә? Әртискәме? – тине, мыҫҡыллы йылмайып.
– Көлмә, булырмын да, тик һиңә әйтеп тормам.
– Барыбер ҙә табырмын.
– Калхуз үгеҙе. Ана, бисәләреңде ҡайҙа ҡуяһың? Икеһенең дә ҡорһаҡтары эйәктәренә еткән.
– Нимә-ә-ә? Шул һүҙең өсөн яуап бирергә тура килер. – Сәйеттең күҙҙәре аҡайып, йыш-йыш тын ала башлағас, ҡайҙан әйтеп ысҡындырған көнгә ҡалды. Етмәһә, теге килеп беләгенән матҡып тотоп алды. Бына-бына атып бәрер төҫлө һелтәнде. Туңғаҡта сана табаны шығырҙаған тауыш ишетеп, кире ебәрә һалды.
– Тпру-уу! Ҡыҙым, ултыр санаға! – тине күрше Әхмәт ҡарт. Сәйет ҡыҙҙы шул яҡҡа этте. Ҡаҡ санаға гөрҫ итеп барып төштө Ҡарасәс.
– Ҡалай яман ҡылана бынау малай, хәйерһеҙ, – тине ҡарт. – Яңғыҙ йөрөмә бынан быяғына.
Илай-илай килеп инде өйҙәренә. Әсәһе эштән ҡайтмаған. Өйҙө йылытып, сәй ҡайнатып ҡына тора ине, һабаҡташы Сәлиха ишектән күренде. Ниңә килгәнен шундуҡ аңғарҙы.
– Сәйеткә сығыуың ысынмы ул? – Һаулашып та тормайынса, саҡ-саҡ тын алып. – Мине ишеткәнһеңдер, күрәңме? – тине, ҡорһағын кәпәйтеп.
– Беләм, күрәмсе. Кәрәкмәй миңә уның. Егетем бар ҙа һуң минең. Ағайымдың дуҫы, бергә һалдат уйынында яталар. Күрше райондыҡы. Шул егет менән хатташабыҙ. Ошо көндәрҙә килеп апҡайтам, тип яҙҙы. – Үҙе алдығына үҙе һөйөндө. Ҡайҙан ғына хатлашыу булһын. Бер тапҡыр ҙа күрмәгән, ағаһынан ғына ишетеп белгән егеткә үҙен таҡты ла ҡуйҙы.
– Ысынмы, әйкәйем? Әйтәм дә, һин кеше араһына төшөрлөк ҡыҙ түгел. Сәйет шыттыра инде.
Сәлиханың ҡыуанысынан йөҙө яҡтырып, туйтанлап тигәндәй килеп, урындыҡҡа ултырҙы.
– Алдата шул. Һин ышандыңмы? Оятһыҙ! Теге бисәһе килеп инһә, ят та үл. Аллаҡайым, ағайым тиҙерәк килеп инһәсе. Ҡасыр инем бынан. –Ҡарасәс илап ебәрҙе.
– Ҡуй, илама, һине ғәйепләмәйем. Аптырағанға, кеше тылҡығанға кигәйнем шу. Йә ярай, ҡайта һалайым. Ҡараңғы, тайғаҡ, әле саҡ килеп еттем. – Ул ишеккә ыңғайланы. – Миңә үпкәләмәй ҡал, Ҡарас, – тине мәктәптә шулай тип йөрөткәндәренсә. – Алам тине лә хәҙер ҡасып тик йөрөй.
– Минән ҡыҙғанма, алыр, ҡайҙа барыр тиһең, күреп тор.
Сәлиханы оҙатып ингәс, ишектең келәһен элеп ҡуйҙы. “Аллам һаҡлаһын, емереп килеп инмәҫ, тимә. Әсәһе ҡайтҡансы урамдағы һәр шипкерткә һиҫкәнеп, ҡурҡып ҡына ултырҙы. Күгәреп сыҡҡан беләге әрнеп һыҙлай башланы.
Арып ҡайтҡан әсәһенә бер нимә лә һөйләп торманы. Нишләргә икән артабан тип уйланып таң аттырҙы.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас