"Бөгөн ауыр көн - Хәйбулланың ҡаһарман улы, яҡташыбыҙ Билалов Динар Байрас улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Юғалтыуҙар һәр ваҡыт ауыр, әммә Динар кеүек йәшлектән дә сығып бөтмәгән егеттәр менән хушлашыуы икеләтә аяныслы. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Динар, ситтә тороп ҡалманы, тиҫтәләрсә башҡа яҡташтары менән бергә махсус хәрби операция зонаһына йүнәлде һәм намыҫ менән хәрби бурысын үтәне. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы хәрби задание ваҡытында уларҙың төркөмө дошман уты аҫтында ҡалып, Динарҙың ғүмере өҙөлдө. Иң аяныслыһы, атаһының үлеменән һуң бер нисә көн үткәс уның улы, тәүге сабыйы донъяға ауаз һалды.
Динар ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған, ҡыйыу егеттәребеҙҙең береһе ине. Батыр яугирҙең яҡындарына ошо оло юғалтыуҙы күтәрергә Аллаһы Тәғәлә көс, түҙемлек бирһен.
Бәхил бул ҡыйыу һалдат! Һин мәңге халыҡ хәтерендә".
Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.