Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2024, 14:58

"Ҡарһылыуҡай-2024" конкурсы еңеүсеһе кем тиһегеҙме?

Яңы йылдың Ҡарһылыуҡайы 100 мең һум аҡса һәм айфон менән бүләкләнде.

"Ҡарһылыуҡай-2024" конкурсы еңеүсеһе кем тиһегеҙме?"Ҡарһылыуҡай-2024" конкурсы еңеүсеһе кем тиһегеҙме?
"Ҡарһылыуҡай-2024" конкурсы еңеүсеһе кем тиһегеҙме?

«Торатау» конгресс-холында «Ҡарһылыуҡай-2024» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы. Яңы йылдың тәүге эш көнөндә Өфөлә төп башҡорт Ҡарһылыуын һайланылар.

Конкурста 16-35 йәшлек гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты. Финалда бөтә республиканан (Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Башҡортостандың башҡа райондарынан) һәм күрше өлкәләрҙән 12 Ҡарһылыу «Визит карточкаһы»нда, «Ижади номер»ҙа, «Кейем дефилеһы»нда үҙҙәренең һәләтен күрһәтте.

Еңеүсе — Әбйәлил районынан күп балалы әсә Зарина Йәнбирҙина. Яңы йылдың Ҡарһылыуҡайы 100 мең һум аҡса һәм айфон менән бүләкләнде, тип хәбәр итте «Башинформ»ға конкурсты ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова.

Беренсе урынға Иглин һылыуҡайы Эвелина Фәйрушина лайыҡ булһа, икенселә — Учалы районының Илсеғол ауылынан Миләүшә Баязитова, ә өсөнсө вице-при исемен «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» студияһы алып барыусыһы Азалия Хөсәйенова яуланы.

Ҡотлайбыҙ!

Автор:
Читайте нас