Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2024, 15:24

Көндәр ҡасан йылыныр?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә...

Көндәр ҡасан йылыныр?Көндәр ҡасан йылыныр?
Көндәр ҡасан йылыныр?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 11 ғинуарҙа республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, һауа температураһы төндә -32, -37 градус тәшкил итәсәк, урыны менән -27 градусҡа тиклем буласаҡ. Көндөҙ  -20, -25 градус булыуы көтөлә.

Ә 12 ғинуарҙа республикала ҡапыл йылытасаҡ һәм ҡар яуасаҡ. Төндә -18, -15 градус, көндөҙ -10, -11. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, был көндө ел секундына 8-12 метрға тиклем көсәйәсәк. Ә был һыуыҡтарға алмашҡа буран килеүен аңлата.

Һуңынан Башҡортостанда йәнә һыуыҡтар көтөлә: 13-15 ғинуарҙа көндөҙ -17,-20, төндә -21,-23 градусҡа тиклем һыуыта. 2024 йылдың ғинуарының икенсе яртыһы көндәрҙең ҡапыл йылытыуы һәм ҡар яуыуынан башлана: көндөҙ -4, -8, төндә -16 градусҡа тиклем. Көндәр йылытыу менән республикала йәнә ҡар яуасаҡ.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас