Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2024, 17:48

Күршеләре ВИЧ-инфекциялы ҡыҙҙы ятаҡтан ҡыуа

Проблемабыҙҙы хәл итегеҙ...

Күршеләре ВИЧ-инфекциялы ҡыҙҙы ятаҡтан ҡыуаКүршеләре ВИЧ-инфекциялы ҡыҙҙы ятаҡтан ҡыуа
Күршеләре ВИЧ-инфекциялы ҡыҙҙы ятаҡтан ҡыуа

Бәләбәйҙә Әмиров урамындағы ғаилә тибындағы ятаҡта йәшәүселәр бер ҡатындың ВИЧ-статусының ыңғай икәнен белеп ҡалған, хәҙер уны сығарырға маташалар. Улар ошо талап менән төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә, тейешле һөҙөмтә бирмәгәс, Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итергә булалар.

"Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, беҙгә бер кем дә ярҙам итә алмай. Бөтәһенең дә балаларыбыҙ бар, беҙ уларҙы хатта бәҙрәфкә алып барырға ҡурҡабыҙ. Проблемабыҙҙы хәл итегеҙ", - тип яҙған Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ксения М.


Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми вәкиле Таһир Ғизәтуллин Бәләбәйҙә йәшәгән ҡатынға көнкүреш юлы менән кешенең иммун дефициты вирусының йоҡмауын иҫкә төшөрҙө. «Ыңғай» әсәнән инфекция йөклө булғанда, бала тапҡанда йәки күкрәк һөтө биргәндә енси юл менән, ҡан һәм вертикаль юл менән генә зарарланырға мөмкин. Шулай уҡ Ғизәтуллин илебеҙҙә ВИЧ-инфекциялы граждандарҙың хоҡуғы һәм ирке сәләмәт кешеләрҙеке кеүек үк булыуын билдәләне.

Автор:
Читайте нас