Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2024, 07:55

Ул киң күңелле, гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет ине

Батырҙың атай-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Рөстәмдең йәне йәннәттә, ауыр тупрағы еңел булһын.

Ул киң күңелле,  гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет инеУл киң күңелле,  гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет ине
Ул киң күңелле, гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет ине

Кисә Йылайыр районы Шанский ауылы халҡы СВО-ла батырҙарса һәләк булған ефрейтор Рөстәм Яманаевты һуңғы юлға оҙатты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов сәхифәһендә белдерә. 

"Рөстәм беҙҙең илдең ҡыйын ваҡыттарында хәрби хеҙмәткә саҡырылғас бер ҙә икеләнмәй барҙы. Ул киң күңелле, асыҡ йөҙлө кеше, гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет ине. Шулай ул беҙҙең мәңге иҫтә ҡаласаҡ.
Йәмил ағай, Әлфиә апай, яҡындары, туғандары ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Рөстәмдең йәне йәннәттә, ауыр тупрағы еңел булһын", - тип яҙған ул.

Фото: Йылайыр районы хакимиәтенән. 

Ул киң күңелле,  гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет ине
Ул киң күңелле,  гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет ине
Ул киң күңелле,  гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет ине
Ул киң күңелле, гел йылмайып ҡына йөрөй торған егет ине
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас