+21 °С
Болотло
Мәскәүҙән Дүшәмбегә осҡан самолетта ғәҙәттән тыш хәл булған: пассажирҙарҙың береһе күк йөҙөндә бала тапҡан. Был хәл 10 ғинуарҙа була. Быға тиклем фельдшер булып эшләгән стюардесса Надежда Ивакина һәм Мәҙинә исемле пассажир йөклө ҡатынға бәпес табырға ярҙамға килә.
Өлкән бортпроводник Анастасия Сeменoва һүҙҙәренсә, бала табыу өсөн уңайлы урын булдырғандар һәм бәпес имен-һау тыуған.
Ошондай хәл килеп сығыуға ҡарамаҫтан, самолетты кисектергеһеҙ ултыртыу талап ителмәй. Дүшәнбе аэропортында балалы әсәне ашығыс медицина ярҙамы ҡаршы ала, пассажирҙар сабыйға тип 55 мең һум аҡса йыйған.