2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Дәүләттең нигеҙе - ныҡлы, татыу ғаиләләрҙә. Шөкөр, Хәйбулла районында өлгө булырҙай күркәм ғаиләләр бихисап. Игебаевтар –шуларҙың береһе. Икеһе лә Хәйбулланан булһа ла, Байғусҡар егете Илшат, Һаҡмар Наҙарғол һылыуы Гөлсөм Өфөлә таныша. Ғаилә ҡороп, ҡыҙҙары донъяға килгәс тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнеп, үҙ эшен асып ебәрә улар. Бөгөн Игебаевтар райондың уңышлы эшҡыуарҙарының береһе. Цех асып, эш башлап, ун биш йылдан ашыу республика халҡын йорт йыһаздары менән тәъмин итә улар. Игебаевтар туризм өлкәһен дә үҫтермәксе районда. Быйыл улар хозур тәбиғәтле Йәнтеш ауылында “Ҡурай” тип аталған туристик база төҙөлөшөн башлай. Ғаиләлә ҡанат нығытҡан Илъяс менән Нәйлә лә ата-әсәләренән өлгө алып, рухлы шәхестәр булып үҫәләр. Әйткәндәй, әле Игебаевтар «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының зона этабында район намыҫын яҡлай. Үткәне – данлы, бөгөнгөһө – көйлө, киләсәге – өмөтлө булған башҡорт ғаиләһенә уңыштар теләйбеҙ!
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.