Шоңҡар
+2 °С
Облачно
Йәмғиәт
9 Февраля 2024, 14:48

Ял көндәрендә ныҡ һыуыҡ булыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ял көндәрендә ныҡ һыуыҡ булыуы көтөләЯл көндәрендә ныҡ һыуыҡ булыуы көтөлә
Ял көндәрендә ныҡ һыуыҡ булыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса,  Башҡортостанда алдағы ял көндәре һыуыҡ булыуы көтөлә.

Иртәгә, 10 февралдә,  бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы  төндә -16,-21 градус, аяҙытҡанда -26 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ һауа -12,-17 градус буласаҡ.

Йәкшәмбе, 11 февралдә, ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын булыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә -22,-27 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда 32 градусҡаса һыуытасаҡ. Көндөҙ -12,-17 градус булыуы көтөлә.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

 

Автор:
Читайте нас