Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль , 18:07

Бәхил бул, ғалим!

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Бәхил бул, ғалим!
Бәхил бул, ғалим!

Баязит Сабирйән улы Ғәлимов 1942 йылда Ишембай районының Кинйәбулат ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1953—1959 йылдарҙа Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) уҡый. Буласаҡ профессор, тарихсы Рим Йәнғужин менән бер класта белем ала.

1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. 1969 йылда БДУ-ның философия кафедраһы аспирантураһын тамамлағандан һуң, шул уҡ кафедрала ғилми эш менән шөғөлләнеүен дауам итә. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 1996 йылдан — беренсе проректоры, 2005 йылдан — баш ғилми секретарь. Шул уҡ ваҡытта 1995 йылдан — университеттың философия кафедраһы мөдире. «Донъяның фәнни картинаһында үҫеш принцибы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Баязит Ғәлимов философияның милли үҙенсәлектәрен, ерлектәрен өйрәнеүгә тос өлөш индерә, ҙур асыштар яһай. Уның етәкселегендә 55 фән кандидаты һәм 23 фән докторы әҙерләнгән. Профессор Кембридж университетының иҫәбе буйынса, «XX быуаттың 2 мең иң аҡыллы кешеһе» исемлегенә инә.

Профессор менән бәхилләшеү  12 февралдә (дүшәмбе) иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 32 адресы буйынса Өфө университетының төп корпусы фойеһында үтә.

Автор:
Читайте нас: