Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 11:09

19 йәшлек ҡыҙ - тракторсы

Һөнәрҙе икеләнмәйенсә үҙе һайлаған, сөнки был уларҙың ғаиләһенән килә.

19 йәшлек ҡыҙ - тракторсы
19 йәшлек ҡыҙ - тракторсы

Башҡортостандан 19 йәшлек ҡыҙ - тракторсы. Әбйәлил районынан йәш ҡыҙ тураһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.  Һөнәрҙе икеләнмәйенсә үҙе һайлаған, сөнки был уларҙың ғаиләһенән килә - олатаһы, атаһы, ағаһы - бөтәһе лә тракторсылар!

19 йәшлек Алина Ғәлиуллина Баймаҡ колледжын тамамлағандан һуң, социаль контракт ярҙамында «Красная Башкирия» районы ауыл хужалығы предприятиеһында эш табыу ғына түгел, 55 мең һум күләмендә аҡса ла алған.

- "Красная Башкирии" агропредприятиеһында  ҡыҙ сентябрҙән алып эшләй. Эшен бик ярата. Әле бригада менән бергә техниканы сәсеүгә әҙерләйҙәр. Бергә эшләгән иптәштәре ҙур хөрмәт менән ҡарай һәм маҡтап бөтә алмай, - тип һөйләне министр.

Автор:
Читайте нас: