Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль , 16:55

"Үҙең тураһында оноторға ярамай!"

— Бер ваҡыт социаль селтәрҙә “Брошка эшләргә өйрәнгегеҙ киләме?” тигән реклама килеп сыҡты. Шундай матур брошкалар!

"Үҙең тураһында оноторға ярамай!"
"Үҙең тураһында оноторға ярамай!"

Кешенең иң матур сифаты — ихласлыҡтыр. Эшендә лә, һүҙендә лә ихлас булғандарға башҡалар тартылып тора. Улар менән һөйләшеүе лә рәхәт.
Учалынан Рәйлә УСМАНОВА менән әңгәмәләшкәндән һуң да шундай фекер ҡалды. Ул — зауыҡлы брошкалар эшләүсе, оҫта ҡуллы кеше. Әммә һәләтен күккә күтәрмәй. Уныңса, ҡул эшенә оҫталыҡ — һәр ҡатын-ҡыҙҙа була торған сифат. Оҫталыҡ, бәлки, барҙыр, әммә уны ҡулланып, әйберҙәр булдырыу өсөн Рәйлә Рәйес ҡыҙындағы кеүек үк тырышлыҡ, түҙемлек, дәрт кәрәк.

Рәйлә Рәйес ҡыҙының ҡул эштәре менән мауығып китеүенә аптырарлыҡ түгел. Ни тиһәң дә, бәләкәй саҡтан күреп үҫкән һөнәре бит! Әсәһе бәйләү, макраме менән мауыға, ижади кеше. Өләсәһе бәләкәй ҡыҙҙы энә тоторға, ырғаҡ менән бәйләргә өйрәтә. Рәйлә Рәйес ҡыҙы бәйләү-сигеүҙе ҡатын-ҡыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡабул итә. Ә инде үҙе әсәй булып, өлкән ҡыҙы донъяға килгәс, ныҡлап тотона, сөнки ҡул эше — бөтмәҫ донъя мәшәҡәте араһында үҙенә күрә бер ял. Бәләкәй генә кофталар, әйберҙәр, шәлдәр, жилеттар бәйләп, заказдар ҡабул итә.
Учалы районының Ҡоҙаш ауылында өс бала араһында иң өлкәне булып үҫә ул. Мәктәптә яҡшы уҡый. Нәфис әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһынғас, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, ҡыҙ тормош иптәше менән ауылда төпләнә. Ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Мәктәптә эш сәғәттәре етмәгәс, йәш белгес китапхансы булып урынлаша. Ауылда балалар баҡсаһы ябылғас, йәштәргә Учалыға күсергә тура килә.
— Бер ваҡыт социаль селтәрҙә “Брошка эшләргә өйрәнгегеҙ киләме?” тигән реклама килеп сыҡты. Шундай матур брошкалар! “Быны нисек эшләмәк кәрәк?!”— тип үтеп киттем. Әммә реклама ҡат-ҡат сығып тик тора. Иғтибар итмәҫкә тырышам, сөнки заказға бирет бәйләй инем. Бөткәс, баш кейеменә нимәлер етмәгән һымаҡ тойолдо. Япраҡ брошкаһы кәрәк! Тик магазиндарҙа таба алманым. Реклама иҫкә төштө: “Әгәр үҙем эшләй башлаһамсы?! Башҡаларҙыҡы килеп сыҡҡас, минеке ниңә сыҡмаһын?”— тип видео-дәрестәр ҡарай башланым. Нимәләр кәрәк икәнен яҙып алдым да ҡала буйлап материалдар эҙләргә сығып киттем. Әлбиттә, беҙҙең ҡалала юҡ. Интернет аша алдым. Килеп еткәс тә, эшкә тотондом. Тик ниңәлер интернеттағы кеүек матур килеп сыҡмай. Уларҙыҡы еңел генә эшләнә, ялтырап тора. Шунан ғына материалдарҙы дөрөҫ һайламағанымды аңлап ҡалдым. Уның өсөн махсус бисерҙар, страздар кәрәк икән. Күп уйлап тормай, профессиональ магазиндар эҙләп таптым. Үҙемә оҡшағандарын алдырҙым. Айырма шунда уҡ күҙгә ташланды. Бисерҙары шул тиклем сифатлы, һәйбәт, ҡояшта төрлө-төрлө төҫкә инә. Эшләгән броштарым яйлап-яйлап үҙемә оҡшап китте, кешеләргә күрһәтергә ҡыйыулыҡ иттем. Һатып алырға теләүселәр табылды. Заказдар килә башланы.
Был зауыҡлы биҙәүескә оҫтабикә тәрән мәғәнә һала. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн гүзәл заттарға ҡатын-ҡыҙлыҡ сифаты етмәй. Һәр ваҡыт ҡайҙалыр ҡабаланалар, һәр ергә өлгөрөргә тырышалар. Шуның араһында ғаилә, дуҫтар тип сәбәләнәләр. Ваҡ-төйәккә өлгөрөргә, уңайлыраҡ булһын тип кроссовки, салбарҙарға күсеп алдылар. Матур заттар үҙенең һыҙатын юғалта бара. Шуға ла оҫтабикәнең төп маҡсаты — ҡатын-ҡыҙҙың нескәлеген, һылыулығын, зауыҡлығын арттырыу.
— Үҙебеҙ тураһында оноторға ярамай! Бәләкәй генә брошканы түшеңә йә кескәй сумкаға ҡаҙап алһаң, ул йәм өҫтәй, көн дә кейеп йөрөгән әйберҙәрең башҡа төрлө булып күренә. Кәйефең яҡшыға үҙгәрә, үҙеңде матурыраҡ итеп тоя башлайһың. Мәҫәлән, хәҙер беҙ пальто кейәбеҙ. Әммә уны көн һайын алмаштырып торорға мөмкинлек юҡ, бер үк әйбер ялҡытып китә. Ә бәләкәй генә брошка төҫөңдө лә, кейемеңде лә үҙгәртә. Шуның өсөн дә ҡул эштәремдең хаҡын ҡиммәт итмәйем. Һәр ҡатын-ҡыҙ бындай биҙәүескә лайыҡ! — ти оҫта ҡуллы ханым.
Рәйлә Рәйес ҡыҙы һабын эшләү серҙәрен дә өйрәнә. Тәбиғи продукттарҙан һабын эшләүгә ул быйыл ғына тотонған. Борондан ҡалған һөнәр менән Рәйлә Рәйес ҡыҙы ғаиләһенең һаулығын ҡайғыртҡандан ҡыҙыҡһына башлай. Һабындарына ул химия компоненттарын ҡушмай, уны тәбиғи майҙарҙан ғына эшләй. Үҙе теләгәнсә биҙәп, үҙе теләгән файҙалы үләндәрҙе өҫтәй.
Рәйлә Рәйес ҡыҙы тормош иптәше Аусаф Ансар улы менән өс бала үҫтерә. Сәлимә — алтынсыла, Йәмил икенселә уҡый, кесе улдары Таһир балалар баҡсаһына йөрөй. Бөтәһе лә дин менән ҡыҙыҡһына.
Рәйлә Рәйес ҡыҙы киләсәктә лә уҡыуын, үҫешен дауам итергә, һөнәрҙәрен арттырырға, шөғөлдәре менән кешеләргә файҙа, ҡыуаныс килтерергә тигән теләктәр менән йәшәй. Үҙенең оҫтаханаһын булдырырға, курстар үткәрергә, ата-бабаларҙың һөнәрен яңыртырға тигән хыялдары ла бар. Ошо эштәрен балаларына ла өйрәтергә бик ныҡ теләй.
Оҫтабикәнең девизы ябай ғына — алға, алға һәм алға. Әммә ҡайһы саҡ, нисек кенә тырышһаң да, эшең барып сыҡмай ҙа ҡуя. Ошо ваҡытта Рәйлә Рәйес ҡыҙы әсәһе әйткән һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрә: “Башлаған эшеңде аҙағына еткерергә кәрәк. Ҡыйын булһа ла, тотонғас, ташларға яра­май”, — тип өйрәтә ул ҡыҙына. Оҫтабикәгә был хаҡ һүҙҙәр күп осраҡта бирешмәҫкә ярҙам итә.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: