Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль , 09:22

Алиментыңды түләргә уйлайһыңмы?

Радик менән Гөлнара дүрт йыл йәшәгәндән һуң айырылыша. Ике йәшлек сабый әсәһе янында ҡала.

Алиментыңды түләргә уйлайһыңмы?
Алиментыңды түләргә уйлайһыңмы?

Әҙәм балаһы үҙ яҙмышына үҙе хужа. Берәү ҙә киләсәген насарға юрамай, ә киреһенсә, яҡшылыҡ көтә. Ғаилә, йорт мәшәҡәте, балалар тәрбиәләү, эш менән көн артынан көн үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Һәм шуларҙың береһендә көтмәгәндә ғаиләлә бәхәс сыға, татыулыҡ китә. Был осраҡта бәхәскә инеүселәрҙең яртыһы уртаҡ фекергә килә алһа ла, яртыһы бер-береһенә юл ҡуймайынса, айырылыуға тиклем барып етә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә ҡауышҡан һәр икенсе ғаилә айырылышырға ғариза яҙа. Ә 2022 йылда был күрһәткес тағы ла артҡан: никахҡа инеүселәрҙең унауһына ете айырылышыу тура килә.

Күпмелер ваҡыт үткәс, айырылған ир ҙә, ҡатын да яңынан ғаилә ҡора. Тик бына балаларҙың етем ҡалыуы тураһында бәхәскә ингән, юл ҡуя белмәгән ир ҙә, ҡатын да уйламай. Атай кешеләрҙең дә төрлөһө бар: ҡайһы берҙәре балаларын онотмай, ғүмер буйы аралашып, ярҙам итеп йәшәй. Ә бәғзеләре үҙ ҡаны, нәҫеле булған улына йәки ҡыҙына аҡса бирмәҫ өсөн ҡасып йөрөй, хатта алимент түләүҙән баш тартыу юлдарын эҙләй. Рәсәйҙә алимент алырға тейешле балаларҙың 13 проценты ул ярҙамдан мәхрүм. Был – атай кеше балаларын онотҡан, үҙенең атайлыҡ вазифаһын үтәмәй һәм үтәргә теләмәй тигән һүҙ. Тикшереү һәм суд хеҙмәттәре уларҙы эҙләп табып, алимент түләтергә тейеш булһа ла, был эш йыш ҡына ярты юлда туҡталып ҡала.
Радик менән Гөлнара дүрт йыл йәшәгәндән һуң айырылыша. Ике йәшлек сабый әсәһе янында ҡала. Тик айырылыуҙы ауыр кисергән йәш ҡатын стрестанмы, әллә тормош мәшәҡәтенән һаулығына иғтибар бирмәүҙәнме, ауырый башлай һәм яман сирҙән вафат була. Ете йәшлек Асияның артабанғы яҙмышын хәл итеү өсөн Радикты эҙләй башлайҙар. Ә биш йыл буйы алимент түләмәгән, балаһын килеп тә күрмәгән атайҙың ҡайҙа йәшәүе лә билдәле булмай. Гөлнараның туғандары Асияны үҙҙәренә тәрбиәгә алырға теләһә лә, Радиктың юҡҡа сығыуы рәсми яҡтан байтаҡ ауырлыҡ тыуҙыра. Бары тик 11 айҙан ғына Себер тарафтарында гражданлыҡ никахында икенсе ҡатын менән теркәлгән йортонан ситтә йәшәгән ир пәйҙә була. Ул алимент түләмәү шарты менән генә ҡыҙын башҡа ғаиләгә бирергә ризалыҡ ҡағыҙы яҙа.
Ҡауышыуҙар, айырылышыуҙар, етем ҡалған сабыйҙар, мөлкәт бүлешеүҙәр, алимент түләргә теләмәгән атайҙар – былар көндәлек тормошта ғәҙәти хәлгә әйләнгән. Йәштәр туйҙа әйтелгән матур һүҙҙәрҙе, изге теләктәрҙе тиҙ онота. Хатта улар ҡауышҡанда бер-береһен бәхетле итергә биргән вәғәҙә-анттарын да аҙаҡ иҫкә төшөрмәй. Ҡайһы бер ир-ат өсөн ғаиләһен ташлап китеү бер ни тормай. Ләкин беҙҙә уларҙы ғәйепләү ғәҙәте юҡ. Эшкә урынлашҡанда ла ғаилә хәле, балалары тураһында артыҡ һорашмайҙар.
Хәҙер ирҙең ҡатыны менән айырылыуын да белмәй ҡалалар. Улар үҙҙәре лә быны йәшерә ала. Ә Совет осоронда был турала гәзиттәге иғландарҙан ҡарап та белгәндәр. Сөнки ул ваҡытта иғлан булмайынса суд айырылышыу тураһында ҡарар ҡабул итмәгән. Ғәҙәттә, ир-аттар алиментты эш судҡа барып еткәс кенә түләргә ризалаша, йәғни мәжбүри рәүештә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә бындай бурыслыларҙы фаш итеү буйынса эштәр алып барыла. Мәҫәлән, элек Краснодар ҡалаһында алимент түләмәүселәрҙең фотоларын йәмәғәт транспортына элгәндәр, урамдағы телеэкрандарҙа күрһәткәндәр. Белгестәр был алымдарҙың бурыслылар исемлеген күпкә кәметеүен билдәләгән.
Алимент тигәндән, янсығы ҡалын ир-аттар ҙа балалары өсөн аҡса сығарып бирергә теләмәй. Мәҫәлән, билдәле спортсы, футболист Александр Кержаковтың тәүге никахынан тыуған оло ҡыҙына 15 миллион һум алимент бурысы йыйылыуы тураһында зәңгәр экрандар аша ла һөйләнеләр.
Иренең элекке ғаиләһенә бурысы булғанын белгәс, ҡайһы бер ҡатындар үҙҙәре үк унан баш тарта. Гөлдәр менән Фәрит йылға яҡын осрашып йөрөгәндән һуң законлы рәүештә ҡауыша. Ҡыҙ һөйгәненең быға тиклем никахта булыуын, улы барлығын белә. Матур ғына йәшәп китәләр, балалары тыуа. Тик ипотекаға фатир алырға документ юллай башлағас, ирҙең оло балаһына ҙур суммала бурысы барлығы асыҡлана. Торлаҡһыҙ ғаиләлә бәхәстәр башлана. Ҡатын шулай уҡ Фәриттең балаһына ярҙам итергә теләмәүен дә ҡабул итә алмай. Һөҙөмтәлә ир менән ҡатын айырылышырға ҡарар итә. Гөлдәр иренең алиментҡа ҡарашын белгәс, үҙ балаһына юллап тормай: иренән баш тартыуҙы талап итә һәм яңғыҙ әсә статусын юллап ала. Фәрит иһә һаман да тәүге ғаиләһенә бурысын түләп бөтмәгән, киреһенсә, айҙан айға уның суммаһы арта бара.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә алимент түләү, етем ҡалған балаларҙы яҡлау мәсьәләләрендә барыһы ла шыма ғына түгел. Ҡайһы ваҡытта тәрбиәгә алыу хеҙмәттәре кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә ғаилә тормошона ҡыҫыла, ғаилә тураһындағы законға таянып, балаларҙы етем ҡалдыра. Әйткәндәй, ул закондың үҙендә лә кәмселектәр бар. Мәҫәлән, баланың ата-әсәһе айырылған осраҡта мал-мөлкәт уларҙың балаларына ҡаламы, ҡалһа, ниндәй күләмдә? Законда ул турала яҙылмаған.
Сит илдәрҙә лә айырылышалар, тик унда был башҡасараҡ хәл ителә. Ҡайһы бер Европа илдәрендә ирҙәр балаларына ғына түгел, айырылған ҡатындарына ла алимент түләй. Германияла, мәҫәлән, ир менән ҡатын айырылышҡас, балалар күпмелер осор атаһы һәм шул уҡ ваҡыт арауығы әсәһе менән йәшәй.
Быға тиклем Рәсәйҙә башлыса алимент түләүҙән ир-аттар баш тартһа, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла намыҫһыҙҙар артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, илдәге дөйөм бурыслы­ларҙың 28 процентын гүзәл заттар тәшкил итә. Улар балаларын иренә, йәки ата-әсәһенә, хатта яҙмыш ҡосағына ла ташлап китә. Әсәлек инстинкты көслөрәк була, тиһәләр ҙә, ҡайһы берәүҙәргә ул ҡағылмай, шикелле. Альбина исемле ҡатындың өс ирҙән өс бала табыуы күптәргә мәғлүм. Олоһон үҙенең ата-әсәһе тәрбиәгә алған. Ә ҡалған икеһен аталары ҡарай. Ҡатындың дөйөм бурысы бөгөнгө көндә 500 мең һум тәшкил итә. Тәүҙә ул үҙен йәлләтеп, вәғәҙәләр биреп элекке ирҙәрен судҡа бирмәҫкә өгөтләп килә. Аҙаҡ бөтөнләй юҡҡа сыға. Хоҡуҡ һаҡлау органдары әлеге ваҡытта уны эҙләүгә биргән. Әйткәндәй, балаларға алиментты ата-әсә айырылған осраҡта ғына түгел, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндә лә түләргә тейешле.

Быны белеп ҡуй!

1. Бурыс 10 мең һумдан артһа, сит илгә сығыу тыйыла. Федераль суд приставы хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда ведомство 595 меңгә яҡын ошондай ҡарар сығарған.

2. Машинаны йәки күсемһеҙ милекте яңынан теркәргә рөхсәт бирелмәй. Юридик телдә был теркәү сараларын тыйыу тип атала. Ул ғәмәлдә булғанда бурыслы кеше машинаһын, фатирын бүтән кешегә күсерә алмай.

3. Водитель таныҡлығын ҡулланыуҙан тыйыу: суд приставтары бурыслы кешене таныҡлыҡтан мәхрүм итмәй, ләкин уны ҡуллана алмаясаҡ. Документ тураһында мәғлүмәт ЮХХДИ базаһына индерелә, һәм водитель руль артына ултыра алмаясаҡ. Әгәр бурыслы кеше сикләүҙе боҙоп, ЮХХДИ хеҙмәткәре уны туҡтатһа, 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә йәлеп ителә. Әйткәндәй, суд приставтары был сикләүҙе бурыслыға хәбәр итмәйенсә лә индерә ала.

4. Бурыс 3 мең һумдан артһа, милек ҡулға алына һәм һатыла. Бынан тыш, милектең хаҡы бурыс күләменән ҙурыраҡ булыуы ла мөмкин. Ҡулға алынған милек бурысты ҡаплау өсөн аукционда һатыуға ҡуйыла.

5. Ике айҙан артыҡ алимент түләмәгән кеше 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алына. Улай ғына ла түгел, суд приставтары полиция хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итмәйенсә генә, бурыслыны үҙаллы тотоп, протокол тултыра ала.

6. Бурыслы атай-әсәйҙең йәшәгән һәм эшләгән урыны билдәле булмаһа, уны халыҡ-ара эҙләүгә бирәләр.

7. Әгәр ҙә кеше төрлө сәбәптәр менән барыбер ҙә бурысын түләмәһә, ул Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыла. Максималь яза – бер йыл төрмә. 2022 йылда был статья нигеҙендә 45 мең кеше хөкөм ителгән. Төп бурыстан тыш енәйәтсенән суд аша һәр кисектерелгән көн өсөн 0,1 процент “неустойка” түләтергә лә була.

8. Ҙур суммала бурысы йыйылған һәм уны түләргә уйламағандар ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә. Халыҡ-ара эҙләүгә бирелеп тә бер йыл эсендә табылмаған кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иғлан ителеүе бар, һәм балаларына пенсия тәғәйенләнә.


Нургөл ШӘРИПОВА әҙерләне.

Фото: "https://ru.freepik.com/free-photo/adult-male-taking-wedding-ring

Автор:
Читайте нас: