-9 °С
Болотло
Башҡортостанға йылы көндәр әйләнеп ҡайтыу менән бергә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Был хаҡта республика Гидрометүҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
- Дүшәмбе, 19 февралдә, һауа температураһы төндә -14, -9 градус һалҡын, урыны менән -20, -25 градус, көндөҙ 8-13 градус һалҡын буласаҡ.
Һауа торошо шишәмбе, 20 февралдә лә үҙгәрмәйәсәк. Синоптиктар шулай уҡ ҡар яуыуын һәм -8 градус һыуыҡ булыуын фараз итә.